Иң матур шыршы кемдеке?

Рания Фазлетдинова шыршыны әсәһе менән пластик сәнскеләрҙән эшләгән.

Их, шыршыҡайҙарҙың күплелеге, төрлөлөгө, матурлығы! Балаларҙың фантазияһына, ата-әсәләрҙең оҫта ҡулдарына иҫең китерлек. Ҡайһы берҙәрен тотоп ҡарамайынса ниндәй ысул менән эшләнгәнен аңлап та булмай хатта. Ниндәй генә материал ҡулланмаған балалар…

Матурҡайҙар тәҙрә төптәрен биҙәп ултыра.

Байрам шау-шыуы үткәс, беҙҙең балалар баҡсаһында шыршыҡайҙар ярышы уҙҙы. Өлкән тәрбиәсе Елена Юрьев­на Марковникова иң үҙенсәлекле шыршыға конкурс иғлан итте. Бигерәк әүҙем үҙе, берәй нәмәһен уйлап сығарып ҡына тора! Балалар менән лимонарий, ҡурсаулыҡҡа йөрөү, тиһеңме, ата-әсәһеҙ ҡалған бәләкәстәргә «Бейәләй бәйләйек» акцияһын ойоштороумы, китап һөйөүсөләр бәйгеһеме, ҡар­ҙан һындар төҙөү ярышымы – барыһын үткәрә. Етәксебеҙ Марина Владимировна Головина ла уның һәр идеяһын ҡеүәтләй. Әүҙем балалар һәм ата-әсәләр Почёт грамоталары, бүләктәр алып ҡыуана.
Был юлы ла ярыш ҡыҙыу барҙы. Һәр кем иң үҙенсәлекле, иң матур урман ҡунағын һынландырырға тырышты. Шыршылар кәнфиттәр менән биҙәлеп тә, мандариндан да, таҡта киҫәгенән дә, тубырсыҡтан да эшләнгәйне. Һө­ҙөм­тәлә, бер нисә тиҫтә ҡупшыҡай араһынан Дилә Хөснийәрова, Данил Овчинников, Рания Фазлетдинова, Тимур Уматов һәм Егор Патраковтың эштәре иң яҡшыһы тип табылды. Улар Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Лилиә МӘҮЛИТОВА, 251-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code