Иң китап һөйөүсе ғаилә – Аҙнабаевтар!

Иҫәнғолдағы балалар китапханаһында район кимәлендә иғлан ителгән «Иң китап һөйөүсе ғаилә – 2018» конкурсының беренсе туры үтте. Уның төп маҡсаты китапҡа балаларҙы ғына түгел, ә бөтә ғаилә ағзаларын йәлеп итеү ине. Программала үҙ командалары менән таныштырыу, ғаиләнең яратҡан китабына реклама яһау, викторина һорауҙарына яуап табыу, ғаилә күргәҙмәһен тәҡдим итеү һәм башҡа ярыштар ҡаралғайны. «Китаплы ғаилә – бәхетле ғаилә», «Татыу ғаилә – ил күрке», «Берҙәмлектә – көс» девиздары менән Аҙнабаевтар, Кинйәбулатовтар, Ишбирҙиндәр бәйгелә көс һынашты.

Аҙнабаевтар үҙҙәре яратып уҡыған әҫәрҙәренең исемлеген төҙөгән. Ҙур ҡыҙҙары Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме»н ярат­һа, бәләкәстәренә Шарль Перроның «Ҡыҙыл кәләпүш»е оҡшай. Әйткәндәй, икәүһе был әкиәт буйынса бик ҡыҙыҡ видеофильм төшөргән. Хатта дүрт йәшлек Зәлифәгә лә төп ролде ышанып тап­шыр­ғандар. Ул бик килештереп уйнап, тамашасы һөйөүен яуланы. «Ғаилә тормошо күп томлы мауыҡ­тыр­ғыс роман кеүек, ә күп балалы ғаиләнең һәр бер көнө үҙе бер ҡыҙыҡлы хикәйә һымаҡ. Китап – ғаиләбеҙҙең яҡын дуҫы, кистәрен беҙ бергәләп уҡырға яратабыҙ», – ти алты бала әсәһе Земфи­ра Мансур ҡыҙы Аҙнабаева.
Бәйгелә ҡатнашыусы Кинйәбулатовтар ғаиләһе «Ете ҡыҙ» риүәйәтен үҙҙәренең иң яратҡан китабы тип тәҡдим итте. Лениза Рәйес ҡыҙы уның бер варианты менән таныштыр­ҙы, ә Айниза ҡыҙҙары ошо әҫәргә бағышлап үҙе яҙған шиғырын уҡыны. Уларҙың ғаиләһендә һәр кемдең яратҡан шөғөлө бар — атаһы техника менән мауыҡһа, әсәһе профессиональ кимәлдә косметика һатыу менән шөғөлләнә, ҡыҙҙары һүрәт төшөрөргә әүәҫ, ә кескәй һеңлеләре йырсы булырға әҙерләнә икән!
Ғаилә башлығы Денис Ишбирҙин ҡырҙа эштә булыу сәбәпле, бәйгелә дилбегәне үҙ ҡулдарына алған тормош иптәше Гәүһәр Юлай ҡыҙына һәм ҡыҙҙары-йондоҙҙары – Алтынай менән Динараға: «Афарин!» – тиергә генә ҡала. Сөнки конкурстар араһындағы тәнәфестәрҙә улар концерт номерҙары ҡуйып, бейене, үҙҙәре яҙ­ған ши­ғырҙарын да һөй­ләне. Бәйгегә был ғаилә «Урал батыр» эпосын әҙерләгән. Улар, был әҫәрҙе һәр бер баш­ҡорт ғаиләһе белергә тейеш, тип һанай. Конкурсанттар күргәҙмә лә әҙерләп килтергән. Уның аша көс һынашыусылар­ҙың тор­мошо, шөғөлдәре, ярат­ҡан китаптары буйынса төшөрөлгән һүрәттәре, ҡул эштәре менән танышырға була ине.
Бәйгенең аҙаҡҡы төрө – ижади викторина. Ғаиләләрҙең ярышып, төрлө һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүҙәре лә күп китап уҡыу­ҙарының һөҙөмтәһелер. Йомғаҡ яһағас, «Иң китап һөйөүсе ғаилә – 2018» конкурсының икенсе турына үтеүсе – Аҙнабаевтар ғаиләһе, тип иғлан ителде. Кинйәбулатовтар «Иң татыу китап уҡыусы ғаилә – 2018», ә Ишбирҙиндәр «Иң ижади китап уҡыусы ғаилә – 2018» номинацияларына лайыҡ булды.

Әлиә АЛТЫНСУРИНА, балалар китапханаһы хеҙмәткәре.
Ейәнсура районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code