Иң-иңе – Максим!

«Мин – патриот» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторған «Минең ҡәҙерле тыуған төйәгем» интернет-конкурсы тикшеренеү, әҙәби һәм мультимедия йүнәлештәрендә үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 100-ҙән ашыу бала ҡатнашты.

Еңеүселәрҙе бүләкләү баш ҡаланың Милли музейында уҙҙы. Мультимедия йүнәлешендә «Башҡортостан тәбиғәтен һаҡлауҙа ғаиләнең лайыҡлы өлөшө» номинацияһында Аркадий Гайдар исемендәге 47-се гимназияның III синыф уҡыусыһы Максим Гәрәев еңеүсе булды. Ниндәй генә республика, халыҡ-ара бәйгеләрендә ҡатнашмай ул. Видео презентацияһын малай Эльвира Ғәҙелхан ҡыҙы Мусина етәкселегендә әҙерләгән. Эшендә тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлау буйынса тәжрибәһе менән бүлешә.

Эрика ДҮСӘЕВА, БДУ студенткаһы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code