Иң-иңдәр кем?

Оҙаҡ һымаҡ тойолған йәйге каникул да тиҙ генә үтте лә китте. Хәҙер инде яңы уҡыу йылының да тәүге айы тамамланыуға табан бара. Уҡыу­сылар гәзитебеҙ ойошторған «МИНЕҢ ӨС АЙЫМ» конкурсының һөҙөмтәләрен көтә башлағандыр инде. Хәбәр итеүебеҙсә, конкурс талаптарына яуап биргән 31 авгусҡа тиклем килгән хаттар барыһы ла «Йәншишмә» биттәрендә донъя күрергә тейеш ине. Әйткән вәғәҙәбеҙгә тоғро ҡалдыҡ, бөгөн иң аҙаҡ килгән хәбәр баҫыла (2-се биттә). Тимәк, еңеүселәрҙе лә асыҡлар ваҡыт еткән, тигән һүҙ.
Урындарҙы билдәләгәндә, конкурстың шарты буйынса, мажараға бай, төрлө ҡыҙыҡ хәлдәргә бәйле хаттарға өҫтөнлөк бирелде. Ундайҙар, әлбиттә, күп булды. Быйыл шулай уҡ малайҙарҙың әүҙемлеге лә ҡыуандырҙы.

I урын – Искәндәр ИШКИНИН­ға (Өфө районы, Шамонин ауылы), «Өйрәктәрҙе йыуындырҙым» хәбәре өсөн;
II урын – Рамаҙан МОРАТШИНға (Әбйәлил районы, Күсем ауылы), «Ҡаҙ бәпкәләрен… тауыҡ баҫып сығарҙы»;
– Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНАға (Бөрйән районы, Байназар ауылы), «Терпе ярҙам итте»;
III урын – Гөлнур ЮЛДАШБАЕВАға (Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы), «Сүмесбаштар баҡаға әйләнгән»;
– Артём ТИМЕРӘЕВкә (Белорет районы, Йөйәк ауылы), «Балыҡһыҙ ҙа, галушһыҙ ҙа…»;
– Айгүзәл ВӘЛИЕВАға (Ҡырмыҫҡалы районы, Ибраһим ауылы), «Сыбыртҡы менән һаҙан тотҡан».
Ә конкурсты башлап ебәреүсе Айгизә АБЗАЛОВАға (Туймазы районы, Бишҡурай ауылы) редакцияның махсус бүләге тапшырыласаҡ. Ул «Бассейнда сыр-сыу килдек», «Мажаралы көн» тигән ике әйбер ебәргәйне.
Еңеүселәрҙең барыһына ла редакцияның бүләктәре һәм Почёт грамотаһы тапшыраласаҡ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code