Иң ҡәҙерле һүҙ

Донъяла иң матур һәм иң ҡәҙерле һүҙ – әсәй. Тыуғас та күҙҙәребеҙҙе асҡас, иң беренсе уның нурлы йөҙөн күрәбеҙ, наҙлы тауышын ишетәбеҙ.
Минең әсәйем Ғәҙел ауылында тыуып үҫкән. Сибай медицина училищеһын тамамлағас, тыуған яғына фельд­шер итеп эшкә ебәрәләр. Был һөнәр кешеһе – ауыл халҡының беренсе ярҙамсыһы. Яғымлы тауышы менән ауырып ятҡандарға дәрт өҫтәй, һауығыуына ышаныс уята. Ауыр саҡтарында иң беренсе ярҙам күрһәтеүсе кеше. Әсәйемде бик ныҡ яратам. Киләсәктә уның һымаҡ табип буласаҡмын һәм кешеләргә ярҙам итәсәкмен.

Саша ГУЩИНА, IV синыф уҡыусыһы.

Бишебеҙ – биш шатлығы

Беҙ ғаиләлә биш ҡыҙ үҫәбеҙ. Әсәйем Миләүшә менән атайым Ишбулды һәр беребеҙҙе ҡыуанып көтөп алған, ҡәҙерләп үҫтергән. Төн йоҡоларын йоҡламай, бишек йыры йырлағандар, әкиәт һөйләгәндәр. Улар беҙгә һәр саҡ: «Биш ҡыҙым – биш шатлығым», – тип иркәләп, яратып өндәшә. Әсәйем тәмле аш-һыуы менән һыйларға ярата. Ә атайым дәрес әҙерләгәндә ярҙам итә, тәбиғәткә сәйәхәткә алып сыға. Күмәкләшеп шаярышып китһәк, үҙе лә беҙгә ҡушыла.
Атайым – ауылдың старостаһы. Үҙ эшен яратып, намыҫ менән башҡара. Ғаиләбеҙ дуҫ, татыу. Атайым менән әсәйем тырыш, ярҙамсыл, уңған булғандары өсөн Хәйбулла районы хакимиәте тарафынан Почёт грамотаһы менән бүләкләнде. Мин улар менән ғорурланам.

Ләйсән ҠАРАСОВА, IV синыф уҡыусыһы.

Иң яҡын кешем

Эльвина апайым – иң ҡәҙерле һәм яҡын кешем. Уның яҡты йөҙө, нурлы ҡарашы, яғымлы тауышы миңә ышаныс бирә. Бергәләп саф һауала йөрөйбөҙ, уйнайбыҙ. Һин, апай, беҙгә әкиәттәр, хикәйәләр уҡый­һың, уҡыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһынаһың. Дәрес әҙерләгәндә дәртләндереп, күңелем­де күтәр­һәң, уҡыу ҙа еңелерәк бирелә.
Апайым, һин үҙең дә бик тырышһың, аҡыллыһың. Сибай педагогия колледжын уңышлы тамамлап, хәҙерге көндә Аҡъярҙа бына тигән итеп эшләп йөрөйһөң. Ә мин ауылға ҡайтыуыңды түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Килеп инеүең менән өйөбөҙ йәмләнеп киткәндәй, көлөп ебәрһәң, донъя яҡты нурҙарға сума. Йылы ҡосағыңа алһаң, күңелем күккә аша. Һине бик яратам, апай!

Уҡытыусыма

Хәреф белгәс, ниндәй рәхәт,
Һүҙ уҡып була.
Ә һөйләмдәр беҙ уҡыған
Һүҙҙәрҙән тора.

Һөйләмдәрҙән әкиәт тыуа,
Уҡыуы рәхәт!
Эй, һөйөнәм, уҡый беләм,
Уҡытыусыма рәхмәт!

Линара ҠӘЙЕПОВА, III синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Ғәҙел мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code