Гимназиям, гимназиям, минең серле, сихри донъям

Гимназия директоры  Булат Зинуров.

Гимназия директоры
Булат Зинуров.

Замананан артта ҡалмайҙар. Яңы һулыш менән йәшәйҙәр. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙа туған телебеҙгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү уятырға ынтылып, илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәрен тәрбиәләр­гә тырышалар был гимназияла.

– Туғыҙ йыл элек үҙем бында ун беренсене тамамланым. Уҡыған гимназиямдың етәксеһе булып китермен, тип кем уйлаһын инде.
Ул саҡтағы директорыбыҙ Сынтимер Биктимер улы Баязитов һәр иртә беҙҙе ишек төбөндә ҡаршы ала ине, хәҙер үҙем дә уның кеүек баҫып торам. Эш урынымдың ишеге барыһы өсөн асыҡ. Ата-әсәләр, уҡыусыларҙы ихлас ҡабул итәм. Миңә килгәндәр бар һорауҙарына яуап алып сыға, – тип башланы һүҙен Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһының директоры Булат Илшат улы Зинуров.

Әле белем усағында ҡыҙыу эш ҡайнай. Мәж килеп юбилей үткәрергә әҙерләнәләр. Матур байрам айҡанлы төрлө саралар уҙғарыла. «Яратҡан мәктәбемә бағышлана» тигән иншалар, «Автограф» шиғыр яҙыу, фотоһүрәттәр һәм һүрәттәр, «Гимназия – минең икенсе өйөм» видеояҙмалар конкурстары, «20 изге эш», «20 рәхмәт һүҙҙәре», «20 бишле» акциялары ойошторола. Шуныһы ҡыуаныслы: йыл аҙағында иң яҡшы синыф, уҡыусы, уҡытыусы ла билдәләнәсәк. Кемдәр был бәхеткә эйә булыр икән, әлегә билдәһеҙ. Көн һайын тырышырға, уҡыуҙа, синыфтан тыш саралар­ҙа, спорт ярыштарында ла һынатмаҫҡа кәрәк инде. Һәр береһенә мәрәй бирелеп барасаҡ. Уҡыуҙар тамамланғас, еңеүселәр Күгәрсен районының Туйөмбәт ауылындағы Зәйнәб Биишеваның йорт-музейына сәйәхәткә барасаҡ.

Азамат Раев, Иҙел Зөлҡәрнәев, Земфира Әүҙембаева, Наҙгөл Заһитова башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Әнүәр ҡыҙы Искәндәрова менән.

Азамат Раев, Иҙел Зөлҡәрнәев, Земфира Әүҙембаева,
Наҙгөл Заһитова башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Әлфирә Әнүәр ҡыҙы Искәндәрова менән.

Быйыл тормошҡа ашырыр проекттар, пландар байтаҡ. Шуларҙың береһе – гимназияның аллеяһын булдырыу. Үткән йылды эш башланған. Әле лә дауам итеп, белем усағын тамамлаусы сығарылыш синыф уҡыусылары йыл һайын ағас ултыртасаҡ. Йылдар үткәс, килеп ҡарауы ниндәй ҡыуаныс! «Быны мин ултыртҡайным», – тип ғорурланып һөйләп, мәктәп йылдарын иҫкә алырҙар.
«Гимназия икенсе өй һымаҡ булырға тейеш», – тип иҫәпләй белем усағы етәксеһе. Шуға һәр береһе йәшелләндереү эшенә ныҡлап тотонған. Атай-әсәйҙәр, уҡытыусылар, балалар ҙа үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай. Тәҙрә төптәрендәге гөлдәр йәм биреп ултыра.
Башҡорт гимназияһы булғас, тәнәфестә башҡорт моң-көйҙәрен яңғыратыуҙы, уҡыусылар гәзитен сығарыуҙы ла әүҙемләштерергә, үҙ радиоларын булдырырға уйлайҙар.  Көрәш, тарихи реконструкция түңәрәктәре, ҡурсаҡ театры ла эшләйәсәк. Хеҙмәт дәрестәрендә ҡурсаҡ тегәсәктәр, балсыҡтан һауыт-һаба эшләйәсәктәр.
Әлбиттә, уҡыусыларҙың төп эше – уҡыу. Дәрестәрҙе лә ҡыҙыҡлы итеп үткәреү мөһим. Уҡытыуҙа яңы алымдар, юлдар уйлап табыла. Мәҫәлән, унынсыларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен Булат Илшат улы үҙе алып бара.
– Элек беҙ уҡыған йылдарҙа политинформация була торғайны. Шуға оҡшатып, әҙәбиәт дәресе башында башҡорт телендә сыҡҡан гәзиттәрҙә донъя күргән ҡала, республика яңылыҡтары менән танышыуҙы индерҙем. Һәр бала уҡыған баҫмаһын үҙе менән килтерә, күрһәтеп һөйләй. Уның өсөн билдә лә ҡуям. Был бер яҡтан, ҡыҙыҡлы булһа, икенсе яҡтан, файҙалы. Төрлө темаға мини-иншалар ҙа күп бирәм. Мәҫәлән, «Башҡорт теле – минең өсөн….». Унда уҡыусы үҙ уй-фекерен, ҡарашын яҙа, – ти директор.

Шәп ҡыҙҙар һәм малайҙар

«Байрам» ансамбле бейеүселәре.

«Байрам» ансамбле бейеүселәре.

Уҡытыусылар бик маҡтаған балаларҙың бер нисәүһе менән танышмайынса булдыра алманыҡ.
VI «Б» синыфынан Наҙгөл За­һитова – уҡыу алдынғыһы. Синыфташтарына һәр яҡлап өлгө ул. Инглиз теле, еңел атлетика түңәрәктәренә йөрөй. Шиғыр һөйләү бәйгеләрендә уңыштар­ға ирешә икән. Үткән уҡыу йылында «Зәйнәб Биишева уҡыу­ҙары» республика ижади проект­тар конкурсында II урын алған.
– Кем ул дуҫ? Ул ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Башта ошолар хаҡында аңлатып яҙып киткәс, «Дуҫ булайыҡ» повесындағы дуҫлыҡ темаһын тикшерҙем, – ти Наҙгөл.
Етенсенән Земфира Әүҙембаева ла иң-иңдәрҙән. Гимназияла өсөнсө йыл ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, үҙен күрһәтеп өлгөргән. Башҡортса таҙа, матур һөйләшкәнен белеп, башҡорт те­ле һәм әҙәбиәте уҡытыусыла­ры «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсына әҙерләгән. Былтыр районда еңеүсе тип танылып, ҡала кимәлендә II урын ал­ған. Шиғыр һөйләү буйынса ла, башҡорт теленән олимпиадаларҙа ла һынатмай. Шашка, еңел атлетиканан да ярыштарға йөрөй.
Шул уҡ синыфтан Азамат Раев белем усағында эшләп килгән «Байрам» ансамблендә бейей. Район кимәлендә «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһендә әкиәт сәхнәләштергәндә ҡатнашҡаны бар.
– Беҙ унда «Айыу менән Төлкө»нө ҡуйҙыҡ. Мин Айыу ролен башҡарҙым. Төрлө олимпиада-конкурстарҙа ҡатнашып, Маҡтау ҡағыҙҙары ла алам. Уҡырға ингәндә уларҙың файҙаһы тейәсәк, – ти Азамат.
Иҙел Зөлҡәрнәев – шәп көлдөрөүсе. Эйе, эйе, ышанмай­һығыҙмы? Ул бит «Ығы-зығы» командаһынан. «Шаяниум» ҡала бәйгеһендә сығыш яһайҙар.
– Конкурсҡа әҙерләнгәндә дәрестәрҙән һуң ҡалып, көн дә шөғөлләнәбеҙ. Ҡыҙыҡ-мыҙыҡтарҙы үҙебеҙ уйлап сығарабыҙ, – ти ул.
Тырыш малай көрәш менән өс йыл шөғөлләнә. Призлы урындар ҙа алғаны бар. «Һаумы, һаумы, әкиәт!», шиғыр һөйләү конкурстарында ла ҡатнаша.
Бына шундай һоҡланғыс бала­лар уҡый икән был гимназияла!

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Егерме йыллыҡ тарихыбыҙ бар

1996 йылдың 11 сентябрендә 140-сы башҡорт мәктәбе асыла. Уның директо­ры итеп башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Тимерхан Нурғәли улы Миңлеғәлиев тәғәйенләнә. Барыһы 700-гә яҡын уҡыусы ҡабул ителә, шул иҫәптән биш параллель I синыф эшләп китә. Әлбиттә, тәүге директорға һәм ундағы уҡытыусыларға бик еңелдән бул­май. Төрлө ҡаршылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, белем усағы матур ғына эшләй башлай.
Егерме йыл эсендә гимназиябыҙҙы бер нисә директор етәкләне. Һәр береһе мәктәп тормошона хәтһеҙ яңылыҡтар индер­ҙе.
Тимерхан Нурғәли улы Миңлеғәлиев балаларҙа башҡорт матбуғатына ҡы­ҙыҡһыныу уятыу өсөн «Йәншишмә» гәзитенә яҙылыу ойоштора. Был тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана һәм ул ошо баҫманың лауреаты була. Матур башланғысты дауам итеп, мәктәптә «Киләсәк» гәзите сыға башлай. Таңсулпан Рәмил ҡыҙы Сафетдинова етәкләгән был баҫмала бик күп уҡыу­сыларҙың тәүге ижад емештәре донъя күрә.
Сынтимер Биктимер улы Баязитов эшләгән осорҙа мәктәп яңы һулыш ала. Ул дәртле, йәш ижади коллектив туплай. Киләсәккә бурыстар ҡуйып, ҙур өмөттәр бағлап, тырышып эшләй. Уҡыусыларға рухи тәрбиә биреүгә, белем сифатын күтәреүгә тос өлөш индерә. Мәктәп гимназия статусын алыуға ирешә. Х – XI синыфтарҙа техник, гуманитар йүнәлештә белем биреү индерелә.
Сынтимер Биктимер улы башлаған эште Альбина Наил ҡыҙы Баязитова дауам итә. Уның тырышлығы менән белем усағы тағы ла юғарыраҡ баҫҡыс­тарға күтәрелә. Гимназияның матди-техник базаһы нығытыла, китапхана фонды тулыландырыла, уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эштәре әүҙемләштерелә. Сифатлы белем биреү менән бер рәттән милли рух тәрбиәләү алғы планға ҡуйыла.
Сәриә Фәйзулла ҡыҙы Ишкинина уҡытыусыларҙың абруйын күтәреүгә ҙур көс һала. Ул гимназияла уҡыусыларға бер нисә сит телде өйрәнеүгә башланғыс бирә.
Вәлит Хәмит улы Мөхәмәтов етәкселек иткән осорҙа быға хәтлем тупланған тәжрибәгә таянып, тәрбиә эше ата-әсәләр менән берлектә алып барыла.
Илдус Ғилман улы Ситдиҡов гимназияла балаларға системалы белем биреү, төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эш итеү, яңы компьютер технологияларын индереү өсөн тырыша. Балаларға һайлаған йүнәлеш буйынса өҫтәмә шөғөлләнеү өсөн шарттар тыу­ҙырыла. Теүәл фәндәр менән инглиз теленә ҙур иғтибар бүленә.
Илшат Нафиҡ улы Бикҡолов етәкселек иткән саҡта уҡыу йортобоҙ БДУ-ның баш­ҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетының базалы майҙансығына әүерелә һәм әлеге көндә лә әүҙем эшләүен дауам итә. Гимназия Рәсәй кимәлендә үткән төрлө конкурс­тарҙа ҙур уңыштарға өлгәшә. 2013 йылда «Һәләтле балалар менән эшләүҙә иң яҡшы дөйөм белем биреү учреждениеһы», 2015 йылда «Мәғарифта новаторлыҡ» конкурстарында, «Рәсәй мәғариф элита­һы»нда лауреат булды. 2011 йылда гимназияға Башҡорт­остандың халыҡ яҙыу­сыһы Зәйнәб Биишева исеме бирелде.
Белем усағыбыҙ 2004 йылдан алып ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе иҫәпләнә, уҡыусыларыбыҙ был йүнәлештә фәнни эҙләнеүҙәр алып бара. Етәксеһе – инглиз теле уҡытыусыһы Венера Марсель ҡыҙы Әхмәтова.
Егерме йыл эсендә белем усағы үҫте, нығынды, инновацион белем биреү учреждениеһына әйләнде. Ул Башҡорт­останыбыҙға, халҡыбыҙға арымай-талмай хеҙмәт иткән башҡорт рухлы, арҙаҡлы шәхестәр тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.

Әлфирә ИСКӘНДӘРОВА, уҡытыусы.
Өфө ҡалаһы.

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code