Гел бергәләр

Алиса, Ариана, Карина.

Ариана менән Каринаның әсәләре тәүге тапҡыр бала табыу йортонда осраша. Ҡыҙҙар­ҙың йәш айырмаһы теүәл бер ай. Ариана – 10 августа, ә Карина ҡыҙым 10 сентябрҙә донъяға килә. Ике йәштәре тулғас, улар бер үк балалар баҡсаһында бер үк төркөмгә йөрөй башланы. Тәүге көндән дуҫлашып та китәләр. Хатта береһе ауырып, балалар баҡсаһына килмәй ҡалһа, икенсеһе лә барырға теләмәй.

Көн артынан көн үтеп, шулай дүрт йыл уҙып та китә. Ә был ҡыҙҙарҙың дуҫлығы көндән-көн нығый бара. Икәүҙән өсәү яҡшы, тигәндәй, артабан уларға Алиса исемле тағы ла бер әхирәттәре ҡушыла. Ҡайҙа юлланһалар ҙа – һүрәт төшөрөү түңәрәгенәме, бассейн­ғамы, бейеүгәме – былар гел бергә.
Быйыл 1 сентябрҙә өсәүләп 2-се мәктәпкә бер үк синыфҡа уҡырға барҙылар. Балалар баҡсаһында уҡ башланған дуҫлыҡ артабан да дауам итер, тип ышанам. Карина ҡыҙымдың ошондай дуҫтар осратыуына бик шатмын. Бер-берегеҙгә кәрәк-терәк булып, тормошта гел йәнәшә барығыҙ! Яҡшы уҡығыҙ! Изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, бәләкәс уҡыусыларым, матурҡайҙарым!

Гөлназ ЙОСОПОВА, уҡытыусы.
Туймазы ҡалаһы, 2-се мәктәп.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code