Баҡсабыҙҙа гөрләтеп һабантуй байрамын үткәреп ебәрҙек. Кескәйҙәр менән бергәләшеп боронғо уйындар уйнаныҡ, йырланыҡ, бейенек. Тоҡ менән һуғышыу, сүлмәк һуғыу, һыу ташыу, «ат»та ярышыу, арҡан тартышыу – барыһы ла булды.
Таған аҫып, бутҡа бешереп, ата-әсәләр ярҙамында әҙерләнгән тәмлекәстәр менән самауырҙан сәй ҙә эстек. Байрамды башҡорт теле түңәрәген алып барыусы тәрбиәселәр бик матур алып барҙы. Бына шулай балаларҙа милли йола, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә һөйөү тәрбиәләргә ынтылабыҙ.
Юлиә АЛҒУШАЕВА, «Йондоҙло» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Баймаҡ ҡалаһы.