Гөлдәрҙең дә йәне бар

Гөлдәрҙең әсәһе бер аҙналыҡ командировкаға киткәс, уның вазифалары өйҙә ҡалған башҡа ғаилә ағзаларының иңенә төштө: атаһы ашарға бешерһә, ағаһы менән уға өйҙө тәртиптә тотоу, гөлдәрҙе тәрбиәләү бурысы йөкмәтелде. Ике әйттерергә яратмаған ағаһы артыҡ эш ҡалдырмай, һауыт-һабаны ла ялтыратып ҡуя, саң да һөртә, иҙәнде лә йыуа, ә өйҙөң йәме булып, төрлө-төрлө сәскә атып ултырыусы гөлдәрҙе ҡарауҙы ғына һеңлеһенә ҡушты.

Үҙенә еңел эш бирелгәненә шатланып бөтә алманы ҡыҙ. Көн дә йыйыштырырға, ашарға бешерергә түгел инде, юлға сығыр алдынан ғына әсәһе гөлдәргә һыу һибеп, ҡороған япраҡтарын алып китте. «Тимәк, ул ҡайтҡансы иҫемә бер төшөрһәм төшөрөрмөн, юҡ икән, йонсоп тормаҫмын, быға тиклем ултырғандар бит, бер аҙнала әллә ни булмаҫ», – тип уйланы. Ләкин ике-өс көндән гөлдәр­ҙең япраҡтары һарғайып, сәскәләре шиңә башланы. Кактус ҡына май ҡояшына бирешмәй, әүәлгесә ултыра. Йомро башлы ҡыҙ аптырап торманы: «Әсәйем ҡайтҡансы етерлек бул­һын», – тип күп итеп һыу ҡойоп сыҡты. Тик был юлы ла ҡыуанысы оҙаҡҡа барманы: бик күптәре һулыны, төптәренән күгәргән еҫ сыға башланы. Ярай әле атаһы эштең айышына тиҙ төшөндө: ҡайһыларын һындырып алып, һыулы стакан­ға ултыртты, тупраҡтарын алмаштырып өлгөрҙө. Шулай ҙа бер нисәүһен ҡот­ҡарып булманы, һулынылар.
Һәр береһен сабый балалай тәрбиәләгән әсәһе гөлдәренең кәмегәнен ҡай­тып инеү менән үк күр­ҙе. Күпме көс һалынып үҫтерелгәндең шулай үҙ ғәйебе арҡаһында юҡҡа сыҡ­ҡанын аңлаған ҡыҙ оялышынан күҙҙәрен йәшерҙе. Ул әсәһенә тура ҡарай алмай ине.
– Гөлдәр, һин ауырып кит­һәң, дарыуҙы бер юлы эсеп бөтөрәһеңме әллә табип ҡушҡанса һәр береһен үҙ ваҡыты менән ҡулланаһыңмы? – тип һораны әсәһе.
– Ну, әсәй, бөтәһен бергә эсергә мин бала түгел дә инде.
– Ә гөлдәргә бит һыуҙы бер юлы күп итеп һипкән­һең… – Ни әйтергә белмәй ауыҙын асып, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп торған ҡыҙына ҡараш ташлағас, әсә­һе дауам итте. – Улар­ҙың да кеше кеүек йәне бар. Күңел биреп ҡарағанда ғына сәскәләре менән беҙҙе шатландыралар, һауаны таҙарталар.
– Әсәй, ғәфү ит. Көс һалмай, тир түкмәй генә бер нәмәгә лә өлгәшеп булмағанлығын аңланым инде. Һин генә барыһына ла бер үҙең нисек өлгөрәһеңдер?
– Янымда мине ярты һүҙҙән аңлап торған ҡыҙым үҫеп килгәндә, ауыр түгелсе, – тип гөл төптәрен йомшарта торған бәләкәй тәпкене Гөлдәргә һондо.
Гөл кеүек матур, наҙлы булып үҫһен, тип ҡушылған исеменә бынан ары тап төшөрмәҫкә тырыша ҡыҙ. Әсәһенә йыл әйләнәһенә бүлмә гөлдәрен ҡараша, баҡсала төрлө-төрлө хуш еҫле сәскәләр ҙә үҫтерешә хәҙер.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code