Гәзитле лә, бүләкле лә

Яңы йыл алдынан һәр кем мөғжизә көтә. Бына, мәҫәлән, фотолағы мөләйем ҡыҙ Алһыуҙың ғаиләһендә лә яңыраҡ күңелле ваҡиға булды. Улар «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ойошторған «Суперприз от!» акцияһында ҡатнашып, шәп бүләк – телевизор оттолар. Ғәбиҙуллиндар 2017 йылдың икенсе ярты йыллығына «Йәншишмә»гә һәм район гәзите «Таң»ға яҙылып, квитанция күсермәләрен нәшриәт йортона ебәрәләр. Акцияла бүләк отҡандарын белгәс, ҡыуаныстың иге-сиге булмай.

– Гәзиткә бүләк отор өсөн генә яҙылманыҡ, «Йәншишмә» – күптәнге дуҫыбыҙ, – ти Алһыуҙың әсәһе. – Баҫманы бала саҡтан яратып уҡыйым, балаларымда ла милли матбуғатҡа һөйөү тәрбиәләргә тырышам. «Йәншишмә»гә киләһе ярты йыллыҡҡа ла яҙылып ҡуйҙыҡ.
Беренсе синыфта белем алыусы Алһыуға гәзиттәге шиғыр, хикә­йәләрҙе уҡыу оҡшай. Үҙе лә фан­тазияға бай, әкиәттәр уйлап сығарырға ярата. Бәлки, киләсәктә балалар гәзитенә хәбәрҙәр ҙә яҙып ебәрер әле. Ә телде шымартырға, телмәрҙе үҫтерергә «Йәншишмә» ярҙам итер.

А. ХАФИЗОВА.
Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code