«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»

Был һанды сығарышырға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсинә Ильясова етәкселегендә Өфөләге 48-се башҡорт лицейы уҡыу­сылары – Арина Сәхибгәрәева, Эльвина Азаматова, Гөлназ Нафиҡова, Дилара Хәйруллиналар килде. Улар гәзитебеҙҙең икенсе битен үҙҙәре күрергә теләгәнсә «һә» тигәнсе эшләп тә ҡуйҙы.

– Лицейыбыҙҙа «Осҡон» гәзите донъя күрә. Гөлсинә Мөхәмәҙинур ҡыҙына яҙғандарыбыҙҙы электрон вариантта бирәбеҙ ҙә ул мөхәррирләп, сығарып та ҡуя. Редакцияла гәзит эшләү ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс та булды. Күп нәмәгә өйрәндек, – ти ҡыҙҙар.
Ә беҙҙең акциябыҙ дауам итә. Өфөгә юлығыҙ төшөр булһа, алдан хәбәр итеп, һеҙ ҙә гәзит сығарып ҡарай алаһығыҙ. Әйҙәгеҙ, тәүәккәлләгеҙ, килеүегеҙҙе ихлас көтәбеҙ.

Г. РАМАҘАНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code