«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»

Был акциябыҙҙы дауам итәбеҙ. Былтыр баш ҡала мәктәптәре уҡыусылары гәзит сығарышырға ярҙам иткәйне. Ә был юлы тәжрибәбеҙҙе Өфөнән ситтә үткәреп ҡарарға булдыҡ. Күгәрсен районы Яңы Хвалын мәктәбенең V – VIII синыф уҡыусылары редакциябыҙҙың компьютерҙа вёрсткалау буйынса инженеры Гөлфирә Ҡарағужина менән «Ғаилә усағы» махсус сығарылышын әҙерләргә ихлас тотондо. Ниндәй материалдарҙы һайлап алырға, гәзит ҡыҙыҡлыраҡ, йөкмәткелерәк бул­һын өсөн ҡайһыларын урынлаштырырға кәрәклеген хәл иттеләр, кәңәшләшеп эшләнеләр.

Әле был проектта ҡатнашҡан балалар үҙҙәрендә байрам, тантаналы ваҡиғаларға, күренекле шәхестәргә арнап стена гәзиттәре сығарып тора. Баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Миңлебикә Ҡаҙбулатова әйтеүенсә, бишенсенән Артур Усманов, Артур Заһиҙуллин, Динар Аралбаев, Айзилә Мәхмүтова, алтынсынан Ләйсән Миңлебаева, Инсаф Ҡунысбаев, етенсенән Кристина Суҡбаева, Яҙгөл Хәмитова, Гөлсөм Абдуллиналарҙың иншалары уңышлы ғына килеп сыға, яҙышыуға ла бик әүәҫтәр икән.
Бөгөн уларҙы ҙур һынау көтә ине. Һынатманылар.
Һеҙҙең дә гәзит сығарып ҡарағығыҙ киләме? Райондарҙан да акцияла ҡатнашырға теләк белдереүселәр булһа, беҙ бик ҡыуаныр инек.

Г. РАМАҘАНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code