«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»

Акциябыҙ дауам итә. Был юлы гәзит сығарышырға баш ҡаланың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы уҡыусылары килде. Алтынсынан Әҙилә Шаһыбалова, һигеҙенсенән Әлиә Йәнбирҙина, Илназ Ишбирҙин, Зилиә Исҡужина, Раушания Мусиналар баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Зөлфәр ҡыҙы Хоҙайбирҙина менән «Йәншишмә»нең икенсе битен эшләп ҡараны. Редакцияға килеүсе балалар үҙҙәрендә лә «Ҡурай» гәзитен сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша икән. Беҙҙә лә бер аҙ оҫталыҡ туплауҙарына шат булдылар.
Оҙаҡламай каникул етә. Баш ҡалаға юлығыҙ төшһә, редакцияға килеп, «Йәншишмә»не сығарышыуҙа һеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ. Йәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ!

Г. ФАКИЛОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code