Футболкаң матур, кем биҙәне?

Ғаиләһе менән бер иш биҙәкләнгән футболкаларҙа.

– Бындай этно стилдә биҙәлгән футболкаларҙы байрамдарҙа кейергә бу­ла. Ябай кейемгә ҡара­ғанда зауыҡлыраҡ та күренә, – ти Сибай­ҙан оҫта ҡуллы йәш әсәй Раушания Рамаҙа­нова.
Ысынлап та, күҙҙең яуын алырлыҡ шул! Ана бит ҡыҙы Азалиә, тормош иптәше Рәшит менән улы Айҙар ҙа бер иш биҙәкле футболкаларҙа (һүрәттә). Нисек, матур бит, эйеме? Ҡайҙалыр ҡунаҡҡа барғанда, фотоға төшкәндә шулай кейенеп алалар. Үҙҙәренә бик тә килешә, тирә-яҡтағы­лар ҙа ҡыҙығып, ҡарап ҡала.

Лол ҡурсағы төшөрөлгән бүләк.

Раушания футболка­лар­ҙы этно стилдә биҙәү менән ошо йылдың башында ғына тотонған. Ҡай­ҙалыр уҡып өйрәнгәнме, тиһәм, юҡ, интернет селтәре аша өйҙә генә

Бысраҡ таптары бөтмәгән салбарҙы ошолай матурлағас, байрамға ла кейергә була.

үҙләштергән. Бик күп видеояҙмалар ҡараған, яҙма материал­дар­ға күҙ һалған, туҡыма­ны биҙәкләү өсөн ниндәй буяуҙар ҡулланылыуын белгән. Һүрәт төшөрөргә декола буяуы яҡ­шы, хаҡы ла бигүк ҡыйбат түгел, ти. Ә рәсемдәрҙең төрлөләрен яһай ул: ябай ғыналары, ҡатмарлыраҡтары ла бар. Үҙ ҡалаһында ғына түгел, баш­ҡа райондар­ҙан да заказ биреп, эшләтеп алалар. Ҡатын-ҡыҙҙарға бигерәк тә һа­ҡал төшөрөлгәне оҡшай. Әсә­һе һәм ҡыҙы, атаһы һәм улы бер иштән яһатыусылар ҙа юҡ түгел.
– Ҡыҙымдың әхирәттәренә тыуған көндәренә беҙ һәр саҡ исеме яҙыл­ған, яратҡан уйынсығы, йән­­һүрәт геройы төшөрөлгән футболка бүләк итәбеҙ. Яңыраҡ Азалиә Камиллаларҙа булып ҡайт­ты. Тыу­ған көн Лол ҡурсағы темаһына ойошторолғанға күрә, беҙ ҙә ошо уйынсыҡ төшөрөлгән футболка биреп ҡотланыҡ, – ти Раушания.
Уның тылсымлы ҡулдары бысраҡ таптары бөтмәгән, шул сәбәпле кейелмәй ятҡан әйберҙәрҙе лә иҫ киткес итеп матурлап ҡуя. Шулай йәш әсәй ҡыҙын, улын ҡыуандырып ҡына тора.
Кейемде этно стилдә буяу серҙәренә өйрәтеү буйынса йыш ҡына оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғара. Хатта баш ҡалабыҙға килеп, теләүселәрҙе Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында эшкә өйрәткән. Ике көн буйына байтаҡ ҡына кеше был шөғөл серҙәренә төшөнгән. Дәрескә килеүселәр әҙерләнгән трафареттар менән генә сикләнеп ҡалмайынса, үҙҙәре лә төрлө биҙәктәр уйлап тапҡан. Уларҙың ҡайһы берҙәре был мауыҡтырғыс эште артабан дауам итергә лә теләк белдергән.
Үҙҙәрендәге 2-се моделле китапхананың «Кү­ңел утрауы» клубында ла дәрестәр ойоштороп то­ра. Унда өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бик ихлас йөрөй. Ябай ғына футболканың күңелгә ятҡан үҙенсәлекле әйбергә әйләнеүен күреү бик ҡыуаныслы шул! Бында булғандан һуң, күр­ше район, ҡалаларҙан дә­рес үткәреүен һорап мө­рәжәғәт итә башлағандар.
– Биҙәк төшөрөлгән кейемде ҡул менән, алдан ебетмәйенсә, 30 градус­тан да юғары булмаған температуралы һыуҙа йыуырға кәрәк. Футболканы еүеш сеп­рәк­һеҙ тиҫкәре яғынан ғына үтекләргә ярай. Ҡул менән биҙәкләнгән кейем ҡупшы әйбер һа­нала. Әгәр ҙә ул оҙаҡҡа етһен, тиһәгеҙ, ҡайҙа­лыр ҡунаҡҡа, байрамға бар­ғанда ғына кейегеҙ, – ти Раушания, үҙенең фай­ҙалы кәңәштәрен биреп.
Был шөғөлө менән генә сикләнеп ҡалмай, панно кеүек төрлө әйберҙәр эшләп, балаларының бүлмәләрен дә биҙәй. Ҡыҙы Азалиә әсәһенең фетрҙан яһа­ған ҡурсаҡтарын бик яратып уйната. Уларҙы бармаҡтарына кейҙереп, яҡындарына театр ҡуйып бер була. Сәйләндән эшләнгән исемле беләҙектәре лә бик матур килеп сыға. Улары ғаилә ағзаларын күҙ тейеүҙән һаҡларға ярҙам итә.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code