Франциянан – уйынсыҡ айыуҙар

Яңыраҡ Өфөлә Франция вәкилдәре хәйриә акцияһы менән булып ҡайтты. Ойоштороусыһы – Мари Белегу. Ҡунаҡтар 9-сы балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә уйынсыҡ айыуҙар бүләк итте. Был осраҡлы ғына түгел. Сере I Бөтә донъя һуғышы менән бәйле. Ошо яу ваҡытында Франция ауыр һынау кисерә. Рәсәй 45 мең кешеһен ярҙамға ебәрә. Урыҫ экспедиция корпусы һалдаттары Марн департаментының Курси ауылын азат итеүенә – 101 йыл. Францияла был турала онотмайҙар.

Курси халҡы рәхмәт йөҙөнән «Быуындан – быуынға» тигән хәйриә акцияһы ойоштороп, Башҡортостан балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре өсөн уйынсыҡ айыуҙар йыя. Бер ҙә осраҡлы түгел. Сөнки 100 йыл элек коммунаны азат итеүсе урыҫ һалдаты бәләкәй француз ҡыҙына ошондай уйынсыҡ бүләк итә. Был күренеште һүрәтләгән фотоны күреү иһә скульптор Александр Таратыновты урыҫ экспедицияһы корпусы һуғышсылары хөрмәтенә һәйкәл эшләргә дәртләндерә. Ул 2015 йылда Курсиҙа ҡуйыла.
Франция вәкилдәре республика Хәрби Дан музейында, Еңеү паркында, Милли китапханала, Башҡорт дәүләт университетында булды, баш ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышты.

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code