Франциямы, Хорватиямы?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй командаһы Хорватиянан отолоп ҡуйҙы. Төп иҫәп – 2:2, беҙҙекеләрҙән голды әлеге лә баяғы Денис Черышев менән Марио Фернандес индерҙе. Испания менән уйнағандағы һымаҡ инде, был юлы ла пенальти типтеләр. Хорватия уйынсылары оҫтараҡ, мәргәнерәк булып сыҡты.

Еңелһәк тә, Рәсәй футболсылары һәм баш тренерыбыҙ Станислав Черчесов маҡтауға лайыҡ. Донъяның иң яҡшы һигеҙ командаһы иҫәбенә инделәр бит! Бығаса ундай уңышҡа ирешкәнебеҙ булманы.
Командабыҙ төшөп ҡалһа ла, иң-иңдәр өсөн Рәсәйҙә футбол байрамы дауам итә. Бына әле ярымфиналдар үтте. Франция – Бельгияны, ә Хорватия Англияны еңде. Хәҙер инде 15 июлдә – финал! Кемдәр чемпион булыр икән?

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code