Файҙалы кәңәштәр

* Һуғанды капрон колготкиҙа һаҡлаһағыҙ, ул 8 айға тиклем боҙолмаҫ.
*Туралған йәшел һуғанды туңдыр­ғыста пластик бутылкаларҙа тотоғоҙ. Тик һалыр алдынан уның ҡоро булыуын ҡарағыҙ.
* Бөтә аҙыҡ-түлекте лә һыуытҡыс­ҡа һалырға тимәгән. Өйҙәге комната температураһында авокадо, абрикос, банан, һарымһаҡ, киви, ҡауын, һуған, груша, персик, слива, ананас, картуфты тоторға була. Ә һыуытҡыста – алма, еләк, брокколи, кәбеҫтә, кишер, сейә, кукуруз, ҡыяр, имбирь, виноград, бәшмәкте…

* Йәшел тәмләткестәрҙе һыуға ултыртып, баштарын пакет менән ҡап­лап, резинка менән бәйләп ҡуйһағыҙ, улар оҙағыраҡ һаҡланыр. Был йәшел һуған, укроп, петрушка, базиликка ҡағыла.
* Картуф менән һуғанды бергә һаҡламағыҙ, тиҙерәк боҙолалар. Һал­ҡынса, ҡоро урында һуған 2 – 3 айға тиклем тора.
* Картуф шытып сыҡмаһын өсөн алма менән бергә һаҡларға кәрәк.
* Сырҙың киҫелгән яғы кипмәһен өсөн саҡ ҡына аҡ май һөртөгөҙ.
* Бананды башҡа йәшелсә-емештәрҙән алыҫыраҡ һаҡлағыҙ. Ул һатып алғандан һуң оҙағыраҡ торһон тиһәгеҙ, төбөн аҙыҡ-түлек плёнкаһы менән урағыҙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code