Эт йылынан нимә көтөргә?

Сысҡандар өсөн был йыл сағыу һәм һөҙөмтәле булмаҡсы. Эшегеҙҙә (уҡыуығыҙҙа) уңыштар көтөлә. Яңы һәләттәрегеҙ асылырға мөмкин.
Үгеҙҙәргә шатлыҡлы һәм тыныс көндәр вәғәҙәләй. Шулай ҙа ялҡауланмағыҙ. Эттәр тырыштарҙы ярата. Яҡындарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ.
Юлбарыҫтарға сәләмәтлектәренә ҙур иғтибар бүлергә һәм спорт менән шөғөлләнергә кәңәш ителә. Үҙаллылыҡҡа ынтылығыҙ, йондоҙҙар – һеҙҙең яҡта.
Ҡуяндарға (Бесәй) ижади асыштар өсөн ҡулай мәл. Үҙегеҙҙе тынысыраҡ тоторға өйрәнегеҙ. Ипләп кенә кешене тыңлағыҙ ҙа үҙегеҙсә эшләгеҙ. Күптән көткән мөхәббәтегеҙҙе осратырһығыҙ.

Аждаһаларға алдашырға ярамай. Сөнки был йыл хужаһына бөтөнләй оҡшамай. 2018 йыл һеҙгә яңы пландар, төрлө ҡыҙыҡлы идеялар бүләк итә. Ошоға үҙегеҙҙең тырышлығығыҙҙы ла ҡушһағыҙ, күп нәмәгә өлгәшерһегеҙ.
Йыландарға тынысыраҡ булырға кәңәш ителә. Башлаған эшегеҙҙе аҙағынаса еткерергә өйрәнегеҙ. Һөйгәнегеҙ менән, ниһайәт, аңлашырһығыҙ. Һығылмалыраҡ булырға тырышығыҙ.
Аттар – егәрле хайуан. Тырышлыҡтарын күреп, йыл хужаһы уларҙың хеҙмәтен кәрәгенсә баһалар. Эргә-тирәгеҙҙәге кешеләрҙе дошманға һәм дуҫҡа бүлеп ҡарамаһағыҙ, элек күңелегеҙ ятмаған кешеләр менән дә уртаҡ тел табырһығыҙ.
Ҡуй (Кәзә) йылында тыуғандарға ла Эт уңыштар вәғәҙәләй. Тик нервы системаларығыҙҙы тәртипкә килтерегеҙ. Талаш-тартышҡа юл ҡуймағыҙ.
Маймылдарға белемдәрен арттырыу, сит телдәр өйрәнеү, төрлө курстарға йөрөү өсөн ҡулай ваҡыт. Һеҙҙең өсөн уңышлы йыл. Тик күңел асыу, байрам итеүҙәрҙе ҡыҫҡартырға тура киләсәк.
Әтәстәргә үҙҙәренең йылы үтһә лә, 2018 йылда уңыштар юлдаш буласаҡ. Һаулығығыҙға ғына иғтибар бүлергә тура киләсәк. Мөмкинлегегеҙ булһа, шифаханала ял итеп алыу ҙа зыян итмәҫ.
Эттәрҙең үҙҙәре өсөн йыл бик һәйбәт килмәксе. Яңы һәләттәре асыласаҡ. Тик башлаған эшегеҙҙе аҙаҡҡа ҡалдырмағыҙ. Һеҙ бит быны яратмайһығыҙ. Үҙегеҙҙең йылығыҙҙа булған мөмкинлектәрҙе ҡулығыҙҙан ысҡындырмаҫҡа тырышығыҙ.
Сусҡалар өсөн йыл сағыштырмаса тыныс буласаҡ. Бөтә үтенгән кешегә ярҙам итергә ашыҡмағыҙ. Тоғро иптәш, яҡлаусыға ла мохтаж саҡтарығыҙ булып китер. Мөхәббәттә уңырһығыҙ. Ҡайһы саҡта яҡындарығыҙ килешеп бөтмәһә лә, үҙ һүҙегеҙҙә ныҡ тороғоҙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code