Етәкселәр ҙә – социаль селтәрҙәрҙә

«Етәкселәр социаль селтәр­ҙәрҙә булырға һәм кешеләр ебәргән һорауҙарға яуап бирергә бурыслы. Халыҡтың талабын иғтибарға алмау йөкмәтелгән вазифаларҙы үтәмәүҙе аңлата», – тип хәбәр итә республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте. «Социаль селтәр халыҡҡа бюрократик кәртәләрҙе еңел генә үтеп, тиҙ арала һорауын еткереү форсаты бирә», – тип иҫәпләй Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина. Әйткәндәй, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Инга Юмашева, Павел Качкаев, Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Эльвира Айытҡолова, Руфина Шаһапова, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдиновтың аккаунттары бар.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code