Эстафета миңә күсте

Өләсәйем «Йәншишмә»не һәр ва­ҡыт алдырып, яратып уҡып бар­ған. Редакциянан килгән яҙмаларын бер папкаға туплаған. Ҡә­ҙерләп һаҡлай. Почёт грамоталары, редакция ебәргән хаттар, Сафуан Әлибаев менән Рәмил Йәнбәковтың ҡот­лауҙары – барыһы ла бар. Шулай уҡ апайым Рәшиҙә менән атайым Илнур Фәссаховтарҙың яҙмаларын да уҡып сыҡтым. «Йәш хәбәрсе» танытмалары ла һаҡланған.
Гәзиткә үҙемдең дә хәбәр ебәргәнем булды, артабан әү­ҙем яҙышыр­ға, конкурстарҙа ҡатна­шырға ниәтем бар.

Линара ФӘССАХОВА, VII синыф уҡыусыһы.
Салауат районы, Арҡауыл мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code