Эшләйбеҙ бергәләшеп

Башланды ла яҙғы эштәр,
Гөр килә беҙҙең баҡса.
Мәж килеп эшләп ҡалайыҡ,
Шундай көн матур саҡта.

Көрәк, тырмалар ҡулдарҙа,
Тырыша барыһы ла.
Ҡыуаҡлыҡтарҙы рәтләйбеҙ,
Түтәлдәр ҙә ҡаҙыла.

Бер кемебеҙ ҙә тик тормай,
Эшләйбеҙ бергәләшеп.
Йәшелсә, емештәрҙе лә
Тәмләрбеҙ күмәкләшеп.

Уңыш юлдаш була, тиҙәр,
Уңғандар, тырыштарға.
Һөйөнөргә яҙһын инде
Алған мул уңыштарға.

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code