Эш һөйгәнде ил һөйгән

Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Абдуллиндарҙың ялт итеп торған донъяһына барып инеү менән күңелдәр ҙә нурланып, яҡтырып киткәндәй була. Өҫтәүенә, йорт хужаһы һәм уның тормош иптәше лә алсаҡ, асыҡ йөҙлө кешеләр булып сыҡты.

– Бай тарихлы ошо ауылда тыуып үҫкән егет мин, – тип таныштырҙы үҙе менән Азамат Рәфит улы.– Күп йылдар үҙебеҙҙәге «Еҙем» урмансылығында эшләнем. Заман елдәре уға ла ҡағылмай ҡалманы, үҙгәрештәргә юлыҡ­тыҡ. Байтаҡ кеше эшһеҙ ҡалды. Ә беҙгә аҡса табырға, балаларҙы үҫтерергә һәм уҡытырға кәрәк. Мин дә, ҡайһы бер ауыл егеттәре кеүек, тәүәккәлләп, Себергә йөрөп эшләй башланым. Әлбиттә, ул яҡтарҙа тәбиғәт шарттары ҡырыҫыраҡ. Шуға башта ҡыйыныраҡ булды, аҙаҡ инде күнектек. Себерҙә вахта бер ай дауам итә. Шуныһы һәйбәт, юл хаҡын беҙгә предприятие үҙе түләй, шулай уҡ, хеҙмәт килешеүендә яҙылғанса, тулы социаль пакет менән дә файҙаланабыҙ. Әле ул ойошмала ауылдан өс кеше йөрөп эшләйбеҙ. Квалификациябыҙ яҡшы булғас, эш хаҡы ла зар­ланырлыҡ түгел. Себерҙәге стажымды 15 йыл­ға еткерһәм, хаҡлы ялға төньяҡ коэффициенты менөн сығырмын, тимен.
Барыбер ауыл кешеһенә ай аша алыҫ Себер яҡтарына юлланыу, йәғни ярты ғүмерен шунда үткәреү еңелдән түгелдер. Тел төбөнән аңлашылыуынса, инде ир уртаһын үткән Азаматтың күңелен шул тынысландыра: бындағы тылы уның ныҡлы һәм ышаныслы. Тормош иптәше Миңһылыу Муса ҡыҙы ла үҙе кеүек егәрле һәм булдыҡлы.
– Мин ун берҙән һуң бухгалтер­ҙар курсында уҡыным. Аҙаҡ Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына ингәйнем, тик уҡып бөтөп булманы, – тип хәтирәләр йомға­ғын һүтте хужабикә. – Азамат менән бергә тормош ҡороуыбыҙға көҙгә 21 йыл тула. Өйләнешкәндә мин шул техникумда уҡый башлағайным. Бер йылдан һуң беренсе балабыҙ – улыбыҙ Азат донъяға килде. Әсә булыу бәхетенәндер инде, уҡыуымды ситкә ҡуйып тор­ҙом. Әммә мәҙәни тормош барыбер үҙенә тартты. 15 йылға яҡын инде ауылыбыҙҙағы мәҙәниәт йортонда эшләйем.
Үҙешмәкәр сәнғәтте үҫтереү өсөн шарттар яҡшы бында, күп түңәрәктәр эшләй. «Асанай» халыҡ фольклор ансамблендә олоһо ла, кесеһе лә теләп шөғөлләнә. Был коллектив райондың данын яҡлап, күп бәйгеләрҙә сы­ғыш яһай. Июнь айында Һарытауҙа үткәрелгән һабантуй байрамына ла барып ҡайт­ҡандар. Хужабикә үҙе былтыр «Байыҡ» телевизион конкурсында беренсе урынды алған «Мырҙа­ҡай» ансамблендә лә бейей. Ауылда күп концерттар­ҙы алып бара.
Яҙын үҙҙәрендә «Йөрәк һүҙе» бәйгеһе үткән. Унда әсә кеше улы Булат менән бергә сығыш яһаған. Ул үҙе беренсе урын алһа, улы «Өмөт» номинацияһында приз яулаған. Ҡыҙҙары Аҡйондоҙ ҙа тасуи­ри һөйләүҙә өсөнсө урынға сыҡҡан.
Яңыраҡ ҡына Абдуллиндар оло ҡыуаныс кисергән, оло улдарының тыуған ил алдында изге бурысын үтәп, атай йортона ҡайтып төшөүе уңайынан матур байрам ойоштор­ғандар. Әрме сафына алынғансы уҡ Азат колледжда уҡып, электротехник һөнәрен алып сыҡҡан. «Ул булдыҡлы егет, был тормошта үҙ урынын табасағына ышанабыҙ. Артабан уҡыуын дауам итергә лә уйы бар. Ҡалала эшләргә теләһә лә, фатихабыҙҙы бирәсәкбеҙ», – ти әсәһе.
Булат быйыл туғыҙынсы синыфты тамамлаған. Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ. Әлеге көндә мәктәптә иң көслө еңел атлеттарҙан һанала. ГТО-ны алтын билдәгә тапшырған. Әсәһе әйтеүенсә, Булат ғаиләнең төп терәгенә әйләнгән, сөнки атаһы вахтала булғанда хужалыҡ эштәрендә уны алмаштыра. Миңһылыу Муса ҡыҙы инде уртансы улдарының уҡыуҙа ла, өйҙә лә һынатмауына, эш һөйөүсән булып үҫеүенә шатланып бөтә алмай.
Ҡыҙҙары Аҡйондоҙ ҙа ата-әсә­һенең исеменә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Быйыл ул өсөнсө синыфҡа барасаҡ. Мәктәптә математика, урыҫ теле фәндәрен яратып өйрәнә. Әсәһенә оҡшап, Аҡйондоҙ­ҙоң үҙешмәкәр сәнғәттә лә һәләте асылған. Бейергә лә, йырларға ла әүәҫ. Яҙғыһын «Асанай» фольклор ансамбле составында Стәрлетамаҡта үткәрелгән «Ашҡаҙар таңдары» фестивалендә лә ҡатнашҡан. Күңеленән йыр-моң урғылып торған йәш талантты унда Маҡтау грамотаһы менән бүләкләгәндәр.
Матур ғаиләлә балаларҙың һәләттәрен үҫтереү, ижади мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн бөтөн шарттар ҙа бар. Тырышлыҡтары менән алдыр­ған Абдуллиндар етеш тормошта йәшәй. Шәхси хужалыҡтарында ишле мал аҫрай­ҙар. Хәҙерге көндә уңған хужабикә ике һыйыр һауа. Көтөүгә һәүкәш һәм башмаҡтарҙан тыш, 20 баш ваҡ мал да ҡыуалар.
Шуны әйтергә кәрәк, Сәйетбабала бөгөн ерҙә эшләгән, баҫыу­сылыҡ продукцияһы етештергән берәй кооператив ойошма ла, хатта телгә алып һөйләрлек бер генә крәҫтиән-фермер хужалығы ла юҡ. Ауылдың иҡтисади йөҙөн тик баҙар мөнәсәбәттәрендә үҙ урынын тапҡан шәхси хужалыҡтар ғы­на билдәләй. Абдуллиндар ғаилә­һен дә ана шундайҙар рәтенә индерергә булалыр. Хәҙерге шарттарға ҡулайлашып, матур донья көтөүҙәре менән йәшәгән төбәктәренең йәмен һәм ҡотон үҫтерәләр. Улар кеүек ижтимағи тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәгән кешеләр һәр саҡ шулай рухи байлыҡҡа эйә булыуҙы иң алға ҡуясаҡ.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Ғафури районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code