Эшҡыуарлыҡҡа һәләтең булһа…

Заманына күрә, баш ҡалабыҙҙа эшҡыуарлыҡҡа һәләтле уҡыусыларҙы үҙ компанияһын булдырырға, уй-хыялдарын тормошҡа ашырыр өсөн аҡса табырға өйрәтәсәктәр. Бындай мөмкинлекте Өфө дәүләт нефть техник университеты тыу­ҙыра. Ул уҡыусы-эшҡыуарҙарҙың беренсе ҡала слё­тын ойоштора. Сара барышында «Эшҡыуарлыҡ менән шөғөл­ләнер­гә теләйһеңме?», «ӨДНТУ-ла уҡыу­сы-эшҡыуарҙарға ярҙам» кеүек темаларға, уңышлы уҡыу­сы-эшҡыуарҙар ха­ҡын­да һөйләшеүҙәр, конкурстар, бизнес-уйындар ҙа уҙа­саҡ.
Слёт университет технопаркының конференц-залында (Космонавтар урамы, 4-се йорт) 9 сентябрҙә 16 сәғәттә башлана. Ҡатнашыу бушлай булһа ла, теркәлеү үтеү мотлаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8(347) 243 – 14 – 18 телефон һандары буйынса алырға мөмкин.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code