Еремдең күҙ йәше…

Милләтем – башҡорт. Телем – башҡорт теле. Тыуған ерем, илем – Башҡортостан. «Тыуған төйәгем ҡояш нурҙарына сумған, киң ялан баҫыуҙарында иген башаҡтары тул­ҡынлана, бейек-бейек тау теҙмәләре урман менән ҡапланған, ә инде шишмә һыуҙарын һөйләп тораһы ла юҡ», – тип теҙеп һөйләйем яңы ғына танышҡан ят сит ил ҡыҙына. Ә ул мине ҡыҙыҡһынып тыңлағандан һуң: «Эй, һинең йәшәгән урының ожмах ерҙәренә оҡшаған. Һеҙҙең яҡтарға ҡунаҡҡа килермен әле», – тип һөйләшеүҙе тамамланыҡ.

Киләһе осрашыуыбыҙ минең тыуған ерем – Башҡорт­останда булды. Ҡунағым килеү менән аҙна буйына туҡтамай ямғыр яуа. «Нимә ул иген баҫыуы, сылтырап аҡҡан шишмә?» – тигәс, атайым менән сит ерҙән килгән ҡунаҡ-әхирәтемде алып, өләсәйемдәр элек йәшәгән ауыл­ға иген башаҡтарын, шишмә юлын күрһәтергә юлға сыҡтыҡ.
Баҫыу аша үтеп барабыҙ, бушлыҡ, бәрәкәтле ҡара туп­раҡлы ерҙе ҡый үләндәре баҫҡан… Был нимә?! Ҡуна­ғыма шишмә сылтырауын ишеттерәйем, тип юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.
Шишмә юлын сүп-сар баҫҡан, үҙәкте өҙөп, моңло һайраған ҡош тауыштары бөтөнләйгә тынып ҡалған. Аптырағас: «Шишмәкәйем, беҙ һиңә килдек», – тип өндәшәм. Минең борсолоулы йөҙөмдө, үтенеп һораған тауышымды күрмәнеләр ҙә, ишетмәнеләр ҙә. Тик тирә-яҡтағы бысраҡлыҡ ҡына өҫтөнлөк күрһәтеп, бөтә матурлыҡты йәмһеҙләй ине.
Кире ҡайтыу юлына сыҡ­ҡас ҡына әхирәтем һүҙгә килеп: «Беләһеңме, ошо аяныслы хәлде бары тик тәбиғәт кенә аңлай. Ни өсөн? Күрәһеңме, аҙна буйы ҡойоп яуған ямғыр – күҙ йәше, ерҙең зары. Хоҙай тарафынан бирелгән байлыҡҡа, бәрәкәт һәм ҡөҙрәткә ихтирам, һаҡлау һәм яҡлау юҡ, шуға күрә бөтә тәбиғәттәге матурлыҡ юҡҡа сығып тора», – тине. Ҡунағымдың һүҙендәге дөрөҫлөктө минең ата-бабаларым да ҡасандыр әйткән бит. Кеше ҡото – ерҙә, ерҙең ҡото кеше ҡулында.

Ынйы БӘҘРЕТДИНОВА, X синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 84-се татар гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code