Еребеҙҙе һаҡлайыҡ!

Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда,
Уянайыҡсы, халҡым!
Тыуып үҫкән еребеҙҙе
Һаҡларға беҙ бит хаҡлы.

Ҡалын урман һирәгәйһә,
Үләндәр һулып кипһә,
Йырсы ҡоштар һайрамаһа,
Хайуандар ҡасып китһә,

Тормошобоҙ ҡайҙа барыр,
Донъябыҙҙан ни ҡалыр?
Уянығыҙ, кешеләр, тип
Кемдәр икән саң ҡағыр?

Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда,
Еребеҙҙе һаҡлайыҡ.
Тирә-яҡты бысратмайыҡ,
Ҡурсалайыҡ, яҡлайыҡ.

Искәндәр БИКБУЛАТОВ, VIII синыф уҡыусыһы.
Ейәнсура районы, Абҙан мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code