Ер еләккәйҙәре беште инде

Ҡояш йылы нурҙарын һибә башлау ме­нән, шуны ғына көткәндәй, емеш-еләк беште алланып. Баҙар янынан үткәндә татлы еҫтәрҙән баштар әйләнә хатта. Ҡыҙарып, күҙҙе ҡыҙҙырып яталар.
– Баҡса еләген йыйып ҡына өлгөр. Көн дә иртән тороуға яңылары өлгөрөп кенә тора, – ти Шишмә ҡыҙы Сабина Хамматова. – Беҙ баҡсала ла күп итеп үҫтерәбеҙ, Шишмәләге питомникка барып та йыябыҙ. Еләк шул тиклем ныҡ уңған. Өфөгә өсөнсөгә килеүебеҙ.

Еләк һатып, Сабина байтаҡ аҡса эшләгән дә инде. Ул үҙенә уҡыу кәрәк-яраҡтары алырға йыйына. Аҡса эшләп, ғаилә ҡаҙнаһына килем индерә алыуына ныҡ ҡыуана VI синыфты бер генә «дүртле» менән тамамлаған тырыш ҡыҙ.
Сабина бизнесҡа бәләкәйҙән тартылып, аҡса ҡәҙерен белеп үҫә. Алты йәшенән сәскәләр үҫтереп һата, ҡулына эш хаҡын тотторғас, тағы ла дәртләнеп китә. Хәҙер бына йыл да еләк йыйып аҡса эшләй. Килоһын 350 һум менән һаталар. Күмәртәләп алғандарға ташлама яһайҙар. Һатып алыусылары ла күп икән.
Сабина йәй үткәнсе таҙа итеп йыйыл­ған еләктәрен күтәреп, Өфөгә тағы ла, тағы ла килер әле. Күрмәй үтмәгеҙ!

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code