Ерәнсә сәсән

Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы тарихи урындарға бик бай. Мәҫәлән, Ерәнсә сәсән исеме менән бәйле ерҙәр, ауылыбыҙҙың боронғо йәйләү урындары (хәҙер унда халыҡтың бесәнлеге).

Ерәнсә һәм уның ҡатыны Бәндәбикә үҙ заманының арҙаҡлы кешеләре булып һаналған. XIII – XIV быуаттарҙа йәшәгәндәр, тип фараз ителә. Улар ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар һәм алтайҙар араһында ла көләмәстәре, фольклор әҫәр­ҙәре геройҙары булараҡ билдәле. Башҡорттарҙа «Ерәнсә сәсән» ҡобайыры һаҡланған. Уның тураһындағы әкиәттәр, көләмәстәр, риүәйәттәр башҡорт халыҡ ижадының күп томлы баҫмаһына индерелгән.

Ерәнсә сәсәндең атаһы хәҙерге Үрген ауылынан 7 – 8 саҡрымда йылға буйында йәйләү ҡороп йәшәгән. Был урын әле лә беленеп ятҡан кеүек.
Ерәнсә сәсән бик аҡыллы, сәсән телле ир булһа, Бәндәбикә инде мәҙрәсәлә белем биргән. Халыҡ һәр ваҡыт улар менән кәңәшләшеп йәшәгән. Башҡорттар менән ҡа­ҙаҡтар араһында барымта-ҡарымта бик киң таралған була. Ерәнсәнең йәш-елкенсәк менән барымтаға йөрөүен Бәндәбикә хуп­ламаған, үҙ итмәгән. Бер мәл уның шунда йыйыныуын һиҙенеп:
– Сыҡмай тор шул юлға, күңелемә тыныс түгел, – тип үтенгән. Шулай ҙа Ерәнсә сәсән һүҙен һүҙ итеп, бер төркөм ир-егет менән ҡаҙаҡ далаларына юллана. Улар ҡаты ҡаршылыҡҡа осрай, байтаҡ дуҫ-иштәре һәләк була. Ҡаҙаҡ батыры хәнйәр менән сәнсәм тип эйелгәндә, ерҙә ятҡан Ерәнсә көлөп ебәрә. «Ниңә көләһең?» – тип аптырап һорай теге. Ерәнсә: «Минең ҡатыным, барма шунда, күңелем тыныс түгел, ҡулға алырҙар, тип әйтте. Шуға көләм», – ти. Ҡатынының кем икәнен һөйләп биргәс, уны иҫән ҡалдыралар. Ерәнсәнең күңеле ҡырыла. Ҡайтып, нисек оялмайса халыҡтың күҙенә ҡарарға, тип аптырана. Шулай ҙа көн тимәй, төн тимәй атын ҡыуа, йортона ашҡына. Тик йәйләүгә ингән ерҙә, ауыл халҡының киткән ир-егеттәр­ҙе көтөп торғанын күреп, ғәрлегенән тау һыртындағы юлдан китә. Үрген ауылынан алыҫ түгел ҡая ташлы тауҙан һыбай килеш ташлана ла йән бирә. Атын шул урында күмәләр. Үҙен йәйләү янындағы тау түмәләсенә ерләй­ҙәр. Аты менән осоп төшкән ерҙә һаман да тояҡ эҙҙәре беленеп тора.
Хәҙер балалар ҙа, ололар ҙа ошо ерҙәргә экскурсияға килә.

Лилиә АҠСУРИНА.
Ейәнсура районы, Иҫәнғолдағы башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code