Элина апаһына эйәреп

Алты йәштә генә булһа ла, Эльвина Насирйәнова ла быйыл уҡырға бара. Тиктормаҫ ҡыҙы­ҡай­ҙың белмәгән нәмәһе юҡ. Әле үк бәләкәй генә китапсыҡтарҙы шытырҙатып уҡый.

III синыфтағы Элина апа­һына эйәреп, Мос­тай Кәрим исемендәге 158-се баш­ҡорт гимназияһына барасаҡ ул. Эльвиналар­ҙың синыфын тәжрибәле уҡытыусы Фәрҙиә Халиҡ ҡыҙы Әминева ҡаршы аласаҡ.
Балалар баҡсаһына йөрөгәндә төрлө һөнәрҙәргә өйрәнде ҡыҙ. Йырларға, бейергә, һүрәт төшөрөргә оҫта. Оригамиға, бал­сыҡтан төрлө һындар әүәләп эшләргә әүәҫ.
Гимназияла Эльвина бейеү, йыр түңәрәктәренә йөрөргә теләй. Йәйгеһен Баймаҡ, Әб­йәлил райондарындағы өләсәйҙәрендә саф тәбиғәт ҡосағында ял итеп, Өфөнө лә һағынып ҡайтты. Гимназияла тырышып уҡып, аҡыллы ҡыҙ булып үҫеп, яҡындарын ҡыуандырыр әле. Аҡ юл, һиңә, Эльвина!

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code