Электрон әсбаптар

Көйөнөргәме, һөйөнөргәме икән? Рәсәйҙә ҡағыҙ китаптар юҡҡа сығыуы ихтимал. Мәғариф министрлығы «Цифрлы мәктәп» проекты менән таныштырҙы. Уға ярашлы, уҡыусылар ҡағыҙ китаптар урынына электрон әсбаптар ҡулланасаҡ. Проект 2020 йылда һынала башлай. Электрон уҡыу дәреслектәре ярҙамында уҡыусылар ситтән тороп та белем аласаҡ. Ауырыған бала дәрестә үткән тема менән интернет аша танышып, башҡарған өйгә эшен уҡытыусыға тикшереүгә ебәрә ала. «Цифрлы мәктәп» проекты 500 миллиард һумға баһалана. Әлбиттә, программаны тормошҡа ашырыу өсөн һәр белем усағы юғары тиҙлектәге интернетҡа тоташтырылырға тейеш.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code