Эльбрус Ниғмәтуллин ярышҡа саҡыра

12 майҙа Өфөлә Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда тәүге тапҡыр көс экстримы буйынса «Башҡортостан батыры» бәйгеһе ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн Баш­ҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 12 көслө атлет килә.

Әйткәндәй, лог лифт (120 килограмлыҡ бүрәнәне күтәреү), тракк пулл (йөк машинаһын һөйрәү), автомобилде тартыу һәм башҡа ярыштар буласаҡ. Программаға милли алыштар ҙа индерелгән. Мәҫәлән, стронгмендар 25 килограмлыҡ суҡмар ырғытыуҙа көсөн һынарға тейеш. Аңлауығыҙса, ярыш ҡыҙыҡ булмаҡсы. Килегеҙ, күрмәй ҡалмағыҙ.
Турнирҙы ойоштороусы – пауэрлифтинг һәм армреслинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылда «Планетаның иң көслө кешеһе» бәйгеһе вице-чемпионы, дүрт тапҡыр «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» турниры еңеүсеһе, башҡорт батыры Эльбрус Ниғмәтуллин.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code