Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ

Һәр кемдең яратҡан шөғөлө, ҡулынан килгән эше, хыялында йөрөткән һөнәре була, шулай бит? Бына шул күңелеңә ятҡан юлды һайлаһаң, уңышҡа ла өлгәшәһең, бәхетле лә булаһыңдыр. Баймаҡ районы Темәс егете Фәрхәт Ҡаҙаҡбаев та киләсәген ниндәй һөнәр менән бәйләйәсәген билдәләп ҡуй­ған: автомеханикка уҡыясаҡ ул. Мәктәптә лә был оҫта ҡуллы уҡыусы тураһында: «Алдына маҡсат алдымы, шунан ситкә тайпылмай», – тиҙәр.

Фәрхәт V синыфтан технология түңәрәгендә шөғөлләнә. Шунан бирле башҡарған эштәре байтаҡ инде. Район конкурстарында ла ҡатнашып, призлы урындар алған. Ә быйыл түңәрәк етәксеһе Мансур Сөләймән улы Асаинов менән берлектә ҡымыҙ бешеү өсөн көбө эшләп, районда еңеүсе була.
«Минең әллә ҡасандан өй өсөн матур һәм файҙалы берәй әйбер эшләгем килә ине. Геометрик киҫеү менән шөғөлләнеүемдең һөҙөмтәһе ҙур булды», – ти егет. Көбөнө лә биҙәкләп эшләйҙәр. Иң мөһиме, был һауыт механикалаштырылып яһала.
– Былай итеп эшләү кемдең идеяһы? – тип һорайым Фәрхәттән.
– Мансур ағай тәҡдим итте лә интернетта эҙләнеп, үҙебеҙ ҙә уйлана торғас, һәйбәт кенә килеп сыҡты, – ти ул. Материалын уҫаҡтан һайлайҙар. Оҫталар әйтеүенсә, уның эсе ағыраҡ, ә ныҡлығы буйынса имәндән ҡалышмай тиерлек. Шулай уҡ еңел киҫелә һәм токарь станогында ла һәйбәт эшкәртелә икән. Төп өлөштө ағастың уртаһын киҫеп эшләгәндәр.
Төбө һәм ҡапҡасы – фанеранан. Ҡапҡасҡа брустан терәк беркетелгән. Механизм өсөн тешле барабандар, сылбыр ҙа фанеранан яһалған.
Ә көбөнө тыштан биҙәү өсөн ҡайын туҙынан орнамент эшләгәндәр. Шулай итеп, балта оҫтаһы верстагында ла, быраулау, токарь станоктарында ла эшләргә тура килгән. Бөтәһе бер ай тирәһе ваҡыт киткән. Бик матур, үҙенсәлекле көбө килеп сыҡҡан, шулай бит?
– Тағы ниндәй яратҡан шөғөлдәрең бар? – тип ҡыҙыҡһынам егеттән.
– Хәҙер ағастан тимергә күстем, – тип шаярта Фәрхәт, – «Нива»ға һөргөс эшләгәйнем, ҡыш буйы шуның менән ҡапҡа алдын көрәнем, бүтәндәрҙең ишек алдын таҙартып, аҡса ла эшләнем. Багажник яһап алғайным, күптәр заказ бирә лә башланы.
– Ә материалды ҡайҙан алаһың?
– Атайымдың шәхси предприятиеһы бар, ул йыш ҡына машинаһы менән үҙенә кәрәкле әйберҙәр алырға йөрөй. Уға мин дә әйтеп ебәрәм дә әйберҙе эшләп һатҡас, аҡсаһын бирәм.
Ҡайһылай оҫта булып сыҡты әле был егет! Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Һәҙиә Зәбир ҡыҙы Мусина ла:
– Cиныфта лидер, ойоштороу һәләте бар унда. Тиҫтерҙәренә иғтибарлы, ярҙамсыл, идеяларға бай, – тигәйне.
Фәрхәт әле уҡыусы ғына булыуына ҡарамаҫтан, машиналарҙың төҙөлөшөн дә яҡшы белә, бына тигән итеп ремонтлап ҡуя икән. Шундай булдыҡлы Темәс егете менән танышыуыбыҙға бик шатбыҙ. «Һәр кем яратҡан эше менән шөғөлләнһен», – тигән теләген дә еткерҙе ул тиҫтерҙәренә.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code