Егет булғас, ут булһын!

Байрас әсәһе менән.

Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се баш­ҡорт гимназияһының III «Б» синыфы уҡыу­сыһы Байрас Бикбаев та бик теремек, баҫҡан урынында ут сығара торған егет булып үҫеп килә.

Уҡыуына ла һүҙ тей­ҙерерлек түгел. «Дүрт­ле» һәм «бишле»ләргә генә өлгәшә. Бигерәк тә әҙәбиәт, тел дәрестәрен ярата. Бында, моғайын, әсәһенең роле ҙурҙыр. Лилиә Ғилметдин ҡыҙы Бик­баева, оҙаҡ йылдар директорҙың уҡы­тыу эштәре буйынса урын­баҫары вазифаһын башҡарыу менән бер рәттән, баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен дә алып бара бит.
Бейеүгә йөрөргә лә өлгөрә Байрас. Концерттарҙа ла сығыш яһағаны ла бар. За­һир Байыҡ алып бар­ған ритмика дәресен көтөп ала. Спорт менән дуҫлығы тура­һында әйтеп торорға ла түгел. Физкультура – яратҡан дәрестәренең береһе. Хоккей менән шөғөлләнә. Үҙҙәре йәшәгән йорт янында дуҫтары Данил, Юнир, Андрей, Арсений менән ҡыш­ҡыһын сәкән һу­ғалар, йәйгеһен футбол уйнайҙар. Өс йыл инде аҙнаһына ике тапҡыр «Олимп» спорт клубына бассейнға йөрөй. Үҙе әйтмешләй, һыуҙа балыҡ һымаҡ йөҙә. Йәйҙе күберәк Ейәнсура районында йәшәгән олатай-өлә­сәй­ҙәре янында үткәрә. Унда инде көн буйына рәхәтләнеп һыу инергә, ҡыҙы­ныр­ға мөмкин.
Атаһы яғынан олатаһы менән өләсәһе Иҫәнғолда йәшәһә, әсәһе яғынан – Буранғолда.
– Сабир олатайым беренсе атом һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән. Уның янын­да рәхәт. Һөйләгәндәрен кинәнеп тыңлайым, – ти Байрас.
Ғүмер буйы мә­ға­риф бүлегендә инс­пектор вазифаһын башҡар­ған олатаһы хаҡлы ял­ға сыҡҡас, экспонаттар туплап, мәғариф музейы ойош­то­ра. Хә­ҙер шу­ны етәкләй.
– Ә исемде ейән-ейәнсәрҙәренең барыһына ла ҡәйнәм ҡушты: Дания, Байрас, Алмаз. Урыҫса әйткәндә лә бер хәрефе лә үҙгәрерлек булмаһын, тине. Ҡайным менән ҡәйнәм – икеһе лә уҡытыусылар. Балаларына матур тәрбиә биргәндәр, хәҙер ейәндәренә лә шуларҙы еткерергә тырышалар. Уларға рәхмәтлемен. Мин үҙем ҡатыраҡмын, иптәшем күберәк иркәләй. Шулай ҙа ғаиләлә атай һүҙе булырға тейеш. Байрас та әҙерәк тыңлашмаһа: «Атайыңа әйтәм», – тип әйтеү етә. Аллаға шөкөр, улыбыҙ маҡсатлы ғына булып үҫеп ки­лә. Һәләтле. Алдына алғанды эшләмәй ҡуймай. Юғалып, аптырап ҡала торғандарҙан түгел. Тағы ла ул шул тиклем ту­ған йәнле. Телефондан өләсәй-олатай­ҙарының хәлен белешеп тора, ҡунаҡҡа са­ҡыра. Кил­һәләр, ҡыуанысының сиге булмай. Ауылға ҡайтһа, һәр береһен йөрөп, күреп сыға, – ти Лилиә Ғилметдин ҡыҙы.
Бына шундай шәп малай ул Байрас!

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code