Еңеүселәргә – бүләктәр

Йыл һайын йәйге каникулда «Йәй һәм китап» конкурсы үткәрелә. Быйылғыһы Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналды. Бәйге дүрт этаптан тор­ҙо, унда ҙур теләк менән 6 йәштән 16 йәшкә тиклем балалар ҡатнашты.
Бөтәһенең дә эштәре үҙенсәлекле һәм йөкмәткеле ине. Ҡыҙҙар һәм малайҙар экология темаһына гәзит тә сығарҙы, онлайн-конкурста репортаж эшләп, «Бәйләнештә» селтәрендәге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк балалар китапханаһы төркөмөнә видеояҙмаһын да урынлаштырҙы.

Ә инде 15 сентябрь көнө «Родина» кинотеатрында конкурс­ҡа йомғаҡ яһалып, еңеүселәр билдәләнде. Был тантанаға күренекле яҙыусылар, шағирҙар, рәссамдар, матбуғат хеҙмәткәр­ҙәре, абруйлы ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны.
Шулай итеп, 19-сы балалар китапханаһынан Елизавета Белованың «Бәхет станцияһы» һәм 28-се балалар китапханаһынан Кәримә Ҡаһированың «Маугли» исемле гәзиттәре иң яҡшыһы тип табылды. Ә иң йөкмәткеле репортаж 18-се балалар китапханаһынан Аня Кузнецованыҡы булып сыҡты.
Был көндө балалар «Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!» тип исемләнгән мауыҡтырғыс квест уйынында ҡатнаша алды.

Сәлиә ӘХМӘТШИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code