Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Йәйге каникул осоронда ойошторолған «Минең өс айым» конкурсына йомғаҡ яһар ваҡыт етте, дуҫтар. Кемдәр иң-иңе булды икән?

Быйыл уның географияһы киң булыуы ҡыуандырҙы. Һәр ваҡыттағыса, баймаҡтар әүҙемлек күрһәтте. Уларҙан өфөләр, миәкәләр, белореттар, бөрйәндәр ҙә ҡалышманы. Бигерәк тә Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ мәктәбе уҡыусылары. Шулай уҡ Туймазынан, Әб­йәлилдән, Әлшәйҙән, Дәүләкәндән, Йылайырҙан, Учалынан матур-матур хаттар килде. Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында йәшәүсе йәш хәбәрсебеҙ Заһиҙә Рәжәповаға ла: «Афарин!» – тибеҙ. Уның «Ғәҙелша шарлауығында», «Мәктәп һабантуйы» тигән ике хәбәре донъя күрҙе.
Килгән хаттарҙан сығып, беҙ йәш дуҫтарыбыҙҙың нисек ял итеүен белдек, улар өсөн бергәләп ҡыуандыҡ. Ҡайҙа ғына булмағандар икән?! Диңгеҙ буйҙарында ял иткәндәр, сит илдәрҙе күргәндәр, үҙебеҙҙең Башҡорт­останыбыҙҙың иҫ китмәле матур урындарында йөрөгәндәр һәм йылы тәь­ҫораттар менән ҡайтҡандар. Шул уҡ ваҡытта төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәргә лә тарығандар. Ә беҙ конкурстың шарты буйынса иң-иңдәрҙе билдәләгәндә нәҡ ана шундай мажараға бай хаттарға өҫтөнлөк бирҙек тә инде. Шулай итеп:
I урын – Сөмбөл ЙОСОПОВА (Учалы районы, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы), «Кишер тигәнем… укроп булған» хәбәре өсөн;
II урын – Юлиә ЗӘЙНУЛЛИНА (Әл­шәй районы, Раевка ауылы), «Ишектән түгел, тәҙрәнән сыҡтыҡ»;
– Дияр ФАЗЛЕТДИНОВ (Өфө ҡала­һы), «Ҡайҙа булған гөбөргәйел?»;
III урын – Розалиә АҘНАЕВА (Өфө ҡалаһы), «Тәбиғәт ҡосағында мунса индем»;
– Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА (Бөр­йән районы, Әбделмәмбәт ауылы), «Беҙ – инглизсә, Андреа башҡортса өйрәнде»;
– Айһылыу МӨХӘМӘТШИНА (Дәүләкән районы, Ҡыҙрас ауылы), «Дағстан­ды күрҙек, Чечняла ла булдыҡ».
Конкурсты башлап ебәреүсегә махсус бүләк әҙерләнгәйне. Быйыл ул Баймаҡ районының Билал ауылынан Юлдаш БУЛАТОВҡа тапшырыласаҡ.
Еңеүселәрҙең барыһын да ҡотлайбыҙ! Уҡыуҙа ла һынатмағыҙ, йәме.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code