Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

2017 йылдың беренсе ярты йыллығында шахмат мәсьәләләре сисеү конкурсында ҡатнашыусылар Ейәнсуранан күп булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы турға улар­ҙың береһе лә яуап ебәрмәне. Ә бына Зөлфәт Мәмбәтов менән Коля Шибаев ҡыуандырҙы. Был егеттәр беҙ тәҡдим иткән 10 мәсьәләгә лә дөрөҫ яуап ебәрҙе. Тимәк, икеһе лә еңеүсе инде. Ҡотлайбыҙ! Уларға редакцияның Почёт грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләктәре тапшырыласаҡ.
Шулай уҡ гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы Илһам Латиповҡа ла рәхмәт әйтке килә. Ул да был бәйгенән бер ҙә ситтә ҡалмай, гел генә дөрөҫ яуап тапты.
«Йәншишмә»нең Шах бабайы «Серле шаҡмаҡтар» конкурсында ҡатнашыусыларҙың барыһын да йәйге каникул менән ҡотлай. Матур ял итегеҙ! Ә яңы конкурс сентябрҙә башланасаҡ.

Яуаптарығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ

(«Йәншишмә» №21, 26 май, 2017 йыл.)

Туғыҙынсы мәсьәлә

1. Кf5 – е7! Цугцванг;
1. … Кре8 – d8
2. Кре6 – d6 Крd8 – е8
3. Сd1 – һ5+ Кре8 – f8
4. Кg5 – е6х;
(3. … Кре8 – d8
4. Кg5 – е6х);
1. … Кре8 – f8
2. Кре6 – f6 Крf8 – е8
3. Сd1 – а4+ Кре8 – d8
4. Кg5 – е6х.

Унынсы мәсьәлә

1. Са1 – b2 Кре5 – d4
2. Сb2 – с1 Крd4 – е5
3. Крg5 – g4 Кре5 – d4
4. Сс1 –g5 Крd4 – е5
5. Сg5 – f6х.
Был ике мәсьәләгә лә дөрөҫ яуаптарҙы Зөлфәт МӘМБӘТОВ (Әбүбәкер, Хәйбулла), Коля ШИБАЕВ (Күмертау) һәм конкурстан тыш ҡатнашыусы уҡытыусы Илһам ЛАТИПОВ (Алағуҙ, Ҡыйғы) ебәргән.

ШАХ БАБАЙ.

Ял ваҡытында сисегеҙ

Аҡтар башлай ҙа ике йөрөштән мат ҡуя.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крf3, Фb5, Сd8, Кg7 (4 фигура), ҡаралар – Крd6, пс7 (2 фигура).
Мәсьәләнең авторы – Марсил Ғафаров (1953).

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code