Еңеүсе булып һөйөндөм

Мораҡтағы балалар ижады үҙәгендә йыл һайын «Ҡыш бабайҙан оҫтахана»тигән конкурс уҙғарыла. Унда ебәрелгән уңышлы эштәр район хакимиәте ойоштор­ған Шыршы байрамында инвалид балаларға бүләк ителә. Беҙ, ырғаҡ һәм энә менән бәйләүселәр түңәрәгенә йөрөүселәр, был бәйгелә әүҙем ҡатнашабыҙ.

Эшкә тотонор алдынан иң тәүҙә уҡытыусым Розалиә Энгельс ҡыҙы Ибраҡова менән интернет селтәрендә йомшаҡ эт уйынсығын бәйләү схемаларын ҡарап сыҡтым. Унан оҡшағанын һайлап, Яңы йыл уйынсығын бәйләргә тотондом. Бөтә тырышлы­ғымды һалғас, бәйләгән эшем күңелгә ятҡанса килеп сыҡты.
Быға тиклем дә «Ҡыш бабайҙан сюрприз» рай­он бәйгеһендә «Йом­шаҡ уйынсыҡ» номинация­һында I урын яулағайным. Хәҙер инде «Йыл символы – 2018» номинацияһында еңеүсе булдым. Азалиә Кинйәбаева – II, Жанна Сорокина III урындарҙы алды.

Наҙгөл САФИНА, VIII «А» синыфы уҡыусыһы.
Күгәрсен районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code