Еңеү көнө

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ

Болондарҙы күмеп майҙың
Нәфис гөлөнә,
Еңеү көнө балҡып килде
Тыуған илемә!

Тик еңеү үҙенән-үҙе
Килмәне ергә;
Уны яҡлап ҡаһармандар
Көрәште бергә!

«Мәңгелек дан!» — тигән кеүек
Батыр халҡыма,
Май ҡояшындай нурланып,
Байраҡ талпына!

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code