Джастин Бибер менән дуэтта йырлағым килә

Яратманың мине, яратманың,
Күңел ярам яна әрнеүҙән.
Тик һаман да һинең һөйөүеңә
Өмөт итәм әле мин, түҙәм.
Ниндәй йырҙың ҡушымтаһы әле был, танынығыҙмы, дуҫтар? Эйе, «Яратманың мине». Йәш, өмөтлө йырсы Илнур Рамаҙанов башҡара. Ул хәҙер хитҡа әйләнеп китте. Нәҡ ошо йыр Илнурға киң танылыу килтерҙе, тиһәк тә хата булмаҫ. Тәүҙә «Юлдаш-хит» конкурсында еңеү яулағайны. Шунан «Йәшлек-шоу – 2015» республика йәштәр фестивалендә «Йыл асышы» номинацияһына лайыҡ булды. Артабан Илнур «Серле һылыу» клибы менән уңышҡа өлгәште. «Ҡурай» йыр-моң каналында бар­ған «10 иң шәп клип» хит-парадында Илнур Рамаҙанов – өсөнсө урында.

Моғайын, йәш йырсы күптәрҙе ҡыҙыҡ­һындыралыр. Шуға ла яңыраҡ беҙ уны редакцияға саҡырып әңгәмәләштек.

wbHv3RCH-FE

– Илнур, һин ҡайһы яҡтан? Үҙең менән яҡынданыраҡ таныштырып үт әле.
– Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылында тыуғанмын. Әле ғаиләбеҙ Күмертауҙа йәшәй. Шунда 3-сө республика башҡорт гимназияһын тамамланым.
– Бәләкәй саҡта йырсы булырмын, тип уйлай торғайныңмы? Ғаиләгеҙҙә йыр-моң яраталармы?
– Сәнғәткә һөйөү әсәйем Йәмилә Сабир ҡыҙынан киләлер. Уның етәкселегендә «Айым» театр студияһында дүрт йәштән шөғөлләнеп, сығыш яһай башланым. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа республикала ғына түгел, халыҡ-ара йыр конкурстарында ла ҡатнашырға тура килде. Еңеүҙәр ҙә булды. Был иһә үҙ-үҙеңә ышанысты арттыра, ҡанатландыра. Хәҙер үҙем ҡустыма йырҙар өйрәтәм.
– О-о-о, тимәк, һин йыр-моң донъя­һында ныҡлы баҫып тораһың, тәжрибәң етерлек. Ә ниндәй музыка ҡоралдарында уйнай беләһең?
– Музыка мәктәбенең баян синыфын тамамланым. Тағы ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнайым. Һәр рухлы башҡорт егете ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә тырышалыр, тип уйлайым.
– Илнур, әле, моғайын, сәнғәт буйынса белем алаһыңдыр, эйе бит?
– Юҡ. Башҡорт дәүләт универси­тетының география факультетында II курс­та уҡыйым.
– Ә ниңә был өлкәне һайланың?
– Мәктәптә уҡығанда география иң яратҡан дәресем булды бит. Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса ошо фәндән районда иң күп балл йыйыусы мин инем. Уҡып бөткәс, бәлки, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә лә белемемде камиллаштырырмын, тип уйлайым. Ваҡыт күрһәтер.
– Интернеттағы аудиояҙмаларыңды тыңлап ултырғайным. Инглиз телендә лә йырлайһың икән. Вокал яғынан бөтә мөмкинлектәреңде лә ишеттерерлек итеп оҙон, моңлоларын да башҡараһың. Һине яратып тыңлаған тамашасың кем?
– Тикшереп ҡарағайныҡ, балалар ҙа, ололар ҙа тыңлай. Ҡыҙҙар һәм малайҙар 10 йәштән башлап ҡы­ҙыҡһына. Шуға «Бәйләнештә» сайтындағы төркөмөбөҙҙә үҙ итеп, уларға «илнурятики» тип өндәшәбеҙ. Өлкән йәштәгеләр күберәк талғын йырҙарымды ярата.
– Йәш йырсылар күп. Улар араһында айырылып торор өсөн эҙләнергә, күп эшләргә кәрәктер инде. Әле бына «Серле һылыу» тигән клибың шәп, сифатлы килеп сыҡҡан. Авторҙары, идеяһы кемдеке, кем төшөрҙө, сер булмаһа?
– Йырҙы Гөлнур Ҡыуатова һүҙҙәренә Риф Арыҫлан ижад иткән. Ә клипты Екатеринбург ҡалаһының «Уралстарс» продюсерлыҡ компанияһының ижади төркөмө төшөрҙө. Яңыраҡ тағы бер ижад емешемде тамашасы хөкөмөнә сығарҙыҡ: «Һин аңларһың» тип атала ул.
– Ярай, уныһын да йылы ҡабул итһендәр. Тағы ниндәй пландар менән янаһың?
– «Серле һылыу»ҙы Ҡаҙағстанда йәшәгән тыңлаусыларыбыҙ өсөн ҡаҙаҡ телендә яҙҙырҙыҡ. Тиҙҙән был йырыбыҙҙы уларға тәҡдим итмәксебеҙ. Йәйгә, Алла бирһә, тәүгә үҙемдең концерт-тарым менән гастролгә сығырға иҫәп тотам.
– Илнур, һиңә тамашасылар тарафынан иң йыш бирелгән һорау ниндәй?
– Иң күбе, әлбиттә, ҡыҙ­ҙарҙан! Һөйгән ҡыҙың бармы, тип һорайҙар. Юҡ әле. Уҡыу, зачёттар, имтихандар, концерттар, йыр яҙҙырыу… Бөтөнләй ваҡыт ҡалмай. Ә былай миңә тәмле итеп бешерә белгән, тыйнаҡ ҡыҙ­ҙар оҡшай.
– Киләсәккә ниндәй уй-хыялдар менән яна­һың?
– Башҡорт эстрадаһын ил, донъя кимәлендә танытҡы ки­лә. Кумирым – Канада йырсыһы һәм актёры Джас­тин Бибер менән бергә йыр яҙҙырыу хыялы ла бар. Әйткәндәй, урыҫ телендә лә йырларға уйлайым. Шуға псевдоним һайлау буйынса конкурс иғлан итергә ине.
– Әйҙә, улайһа, гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт итәйек. Дуҫтар, Илнур Рамаҙановҡа урыҫ телендә ниндәй исем менән йырларға тәҡдим итер инегеҙ? Фекерҙәрегеҙҙе йырсының «Бәйләнештә» сайтындағы төркөмөнә яҙып ебәрегеҙ. Иң оҡшағаны, иң уңышлыһы һайлап алынасаҡ.
Илнур, һиңә ихлас яуаптарың өсөн рәхмәт. Уҡыуыңда, ижадыңда уңыштар теләйбеҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code