Думбырала ла, ҡурайҙа ла уйнайҙар

Нургизә Раева.

Әлфир Латипов.

Сибай ҡалаһында үҙенсәлекле белем усағы бар. Башланғыс махсус музыка мәктәп-лицейы тип атала. Өфөләге урта махсус музыка колледжының филиалы ул. Бында башлыса Урал аръяғы райондарынан таланттары менән айырылып торған ҡыҙҙар һәм малайҙар уҡый. Кескәйҙәрҙең һәләтен үҫтереүгә, уларға төплө белем биреүгә ҙур көс һалына.

Белем алыр өсөн Ҡытайға булһа ла бар, тиҙәр бит. Балалар интернатта йәшәй. Әб­йәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы, Хәйбулла райондарынан, Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан килеп уҡыйҙар. Тыуған өйөңдән сығып китеү еңелдән түгелдер. Әммә бында күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыттары ҡалмай. Сәнғәт, музыка яратыусы балалар талантлы педагогтарҙан төрлө уйын ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Концерттарҙа даими сығыш яһайҙар. Белем усағында фортепьяно, скрипка, блокфлейта, шулай уҡ халыҡ оркестры музыка ҡоралда­ры – баян, думбырала уйнарға өйрәнәләр. Һәр уҡыусы теләге буйынса фортепьяно, ҡурай йә ҡумыҙҙы үҙләштерергә тейеш. Ҡурайсылар, фольклор, халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәре эшләй. Уҡыусылар конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштары менән ҡыуандырып тора. Төрлө ҡалаларҙа үткән халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика, төбәк бәйгеләрендә бик күп тапҡыр лауреат, дипломант, призёр бул­ғандар.

Динә Таулыҡаева.

Филиалда Альбина Нурмөхәмәтова исемендәге йәш пианистар конкурсын үткәреү йолаға әүерелгән. Уҙған йылда ғына был бәйгелә Урал аръяғы райондарынан 40-тан ашыу бала ҡатнашҡан. Иң һәләтле уҡыусылар менән танышып үтәйек әле. Дүртенсенән йәш пианистка Нургизә Раева – «Тауыш тылсымы» II Бөтә Рәсәй конкурс-фестивале һәм йәш музыканттар конкурсы дипломанты. III cиныфтан Әлфир Латипов IV Бөтә Рәсәй ансамбль оҫталығы конкурсында II дәрәжә дипломант исеменә лайыҡ булған. Динә Таулыҡаева ла конкурстарҙа дипломант булыуынан тыш, Магнитогорскиҙа уҙған «Бах яҙы» конкурсында II урын алған. Математиканан дистанцион блиц-турнир еңеүсеһе лә ул. Афарин! Бына бит, сәнғәттә генә түгел, уҡыу­ҙа ла ал бирмәй сибайҙар.
Уҡыусылар өсөн төрлө йүнәлештәге түңәрәктәр эшләй. Саралар ҙа йыш үткәрелеп тора. Башланғыс музыка мәктәп-лицейын тамамлағас, Өфөләге урта махсус музыка колледжына күсәсәктәр. Киләсәктә танылған сәнғәт кешеләре булып китерҙәр әле. Ошо уҡыу йортон ҡасандыр тамамлаған Аяз Нухов, Салауат Мөхәмәтйәров, Шәһит Хамматов һәм башҡа ағай-апайҙары кеүек.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code