Дуҫтарым күп

Минең дуҫтарым бик күп. Улар Башҡорт­остандың төрлө ауылдарында йәшәй. Тик иң яҡыны – Хөсәйен. Уның менән беҙ бер мәктәптә, бер синыфта уҡыйбыҙ. «Бишле»гә генә өлгәшә. Уҡыуҙа ла, башҡа эштәр баш­ҡарғанда ла беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Хөсәйен менән бәләкәй саҡтан дуҫбыҙ. Уның менән төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнайбыҙ, йәйен бергәләп һыу инәбеҙ, ҡышын саңғы, сана шыуабыҙ. Ул бик яҡшы, аҡыллы, тыныс, итәғәтле. Шуға ла мин уны ысын дуҫ тип һанайым.

Айсар ӘБДЕЛМӘНОВ, IV синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Әбеш мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code