Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ

Ҡош – ҡанаты, кеше дуҫтары менән көслө, тиҙәр. Беҙҙең VII «А» синыфы ла үҙ-ара татыу, берҙәм, бер-беребеҙ өсөн утҡа-һыуға инергә әҙербеҙ. Баш­ҡорт интернат-гимназияһына бөтәбеҙ ҙә 2015 йылда V синыфҡа уҡырға килдек. 21 уҡыусыбыҙ. Барыбыҙ ҙа бер-беребеҙгә ҡарата талапсан, иғтибарлыбыҙ.

Дәрестә яҡшы итеп яуап бирһәм, тәнәфестә синыфташтарым маҡтай. Был мине ҡанатландыра, үҙемә ышаныс тыуҙыра. Уҡытыусылар беҙҙең турала, аҡыллы һәм татыу синыф, тиҙәр. «Өслө» алһаҡ, тиҙ генә төҙәтергә тырышабыҙ. Синыфтан тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Быйыл етенселәр араһында үткәрелгән «Көҙгө бал» конкурсында I урын яуланыҡ. «Иң позитив» номинацияһында еңеүсе булдыҡ. Ҡалала үткәрелгән олимпиадала Карина Йәнбирҙина биологиянан – I, урыҫ әҙәбиәте һәм географиянан III урын алды. Үҙе гел «бишле»гә генә өлгәшә. Шуға ла быйыл Өфөгә республика Башлығы Шыршы байрамына барып ҡайтты.
Синыф етәксебеҙ Филүзә Рәжәп ҡыҙы Харрасова беҙҙе төрлө сәйәхәттәргә алып сыға. Мәләүезгә «Дан» мәҙәниәт-ял паркына, Ырымбурҙағы «Кар­уанһарай» мәсетенә барҙыҡ. «Европа-Азия» канатында йөрөү, «Дуҫлыҡ һәм Мөхәббәт» күперендә ял итеү күңелдәребеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр.
Ватанды һаҡлаусылар көнөндә егеттәребеҙҙе ҡотлау матур йолаға әйләнгән. Ҡыҙҙар байрамына улар ҙа концерт номерҙары әҙерләп, беҙҙе ҡыуандырҙы.
Ун беренсене бөткәнсе шулай татыу булһаҡ, тырышып уҡыһаҡ, матур хыялдарыбыҙ тормошҡа ашыр, әлбиттә.

Азалиә ЯЛСЫҠАЕВА, VII «А» синыфы уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code