«Дуҫлыҡ» еңде

Мәктәбебеҙҙә «Атай, әсәй һәм мин – спортсы ғаилә» тип аталған ярыш булды. Уны уҡытыусыбыҙ Гүзәл Әнүәр ҡыҙы Атнағолова һәм физкультура уҡытыусыһы Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Абдрахманова ойошторҙо. Ата-әсәләр, I «Г» һәм II «Г» синыфы уҡыусылары ла саҡырыл­ғайны.

Ярыш бик ҡыҙыу үтте, атай-әсәйҙәр һәм балалар өс командаға бүленеп көс һынашты. «Дуҫлыҡ» командаһы еңеүсе тип табылды, уларға иҫтәлекле бүләктәр, грамоталар тапшырылды.

Рәил ХӘМИТОВ, II «Г» синыфы уҡыусыһы.
Ейәнсура районы, Иҫәнғолдағы 2-се мәктәп.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code