Дуҫлыҡ еңде

«Миләш» балалар баҡсаһында һәр уҡыу йылы аҙағында бөтә төркөмдәр ҙә ата-әсәләр йыйылышы үткәрә. Быйыл да йолаға тоғро ҡалдыҡ. «Йондоҙсоҡ» төркөмө Ғаилә йылына арнап «Бәхетле осраҡ» ярышын ойош­тор­ҙо. Ата-әсәләр ике командаға бүленеп, ихлас ҡатнашты. Уларға төрлө һынауҙарҙы үтергә тура килде. Ҡыҙыҡлы һорау­ҙарға яуап та бирҙеләр, күңелле стартта ла, һүрәт төшөрөп тә көс һынаштылар.

Ярыш булғас, еңеүселәре лә була, тик был юлы дуҫлыҡ еңде. Барыһына ла иҫтәлеккә миҙалдар тапшырылды. Ата-әсәләр ярышты матур итеп ойоштороп алып барыусыларға, төркөмдөң тәрбиәсеһе Ғәлиә Ғәйзулла ҡыҙы Раеваға ҙур рәхмәт әйтте.

Зәлиә ТОМАНШИНА.
Баймаҡ ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code