Дуҫлыҡ ҡәҙерен беләйек, «Йәншишмә»не уҡып үҫәйек!

Күптән инде Баймаҡ районының Билал мәктәбе уҡыусылары «Йәншишмә» менән дуҫ йәшәй. Наҙгөл Күсәрбаева менән Айсулпан Мөхәмәтйәновалар гәзитебеҙҙең йәш хәбәрсеһе исеменә лайыҡ булды. Әле лә дуҫлыҡ ептәре нығынғандан-нығый бара. 2018 йылдың беренсе ярты йыллығына өсөнсөләр (синыф етәкселәре – Эльмира Морат ҡыҙы Ғәбдрәшитова) синыфтары менән «Йәншишмә»гә яҙылып һөйөндөрһә, әле икенсе ярты йыллыҡҡа – бишенселәр (синыф етәкселәре – Раушания Әлтәф ҡыҙы Ғайсина). Бында балалар гәзитте уҡып ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә әүҙем яҙыша. Хәбәрҙәре даими донъя күреп тора. Шуға ла Баймаҡ яҡтарына юл төшһә, мәктәптәренә һуғылмай китмәйбеҙ.

Осрашыу ваҡытында.

Бүләк кемгә сығыр икән?

«Йәншишмә»гә синыфтары менән яҙылған бишенселәр уҡытыусылар менән.

Бик талантлы балалар белем ала Билалда. Үҙҙәре шундай әүҙемдәр. Шуға был осрашыу ҙа күңелле һәм ҡыҙыҡлы үтте. Уҡыу һәм уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Рима Рим ҡыҙы Мырҙина етәкселегендә уҡыусылар «Ҡояшлы күңел» тигән матур әҙәби-музыкаль кисә әҙерләгәйне. Ҡыҙ­ҙар, малайҙар үҙҙәренең ижад емештәрен уҡып ишеттер­ҙе, музыкаль яҡтан һәләттәрен күр­һәтте.
Рима Рим ҡыҙы III, VII синыфтарҙы маҡтап телгә алды. «Был балаларҙың шиғырҙары, иншалары төплө, мәғәнәле килеп сыға. Күп уҡығанда ғына башҡа матур фекерҙәр килә. Шуға ла компьютерҙа артыҡ мауыҡмайынса, үҙебеҙҙең гәзит-журналдарыбыҙҙы алдырайыҡ, уҡыйыҡ», – тип «Йәншишмә» тураһында тик йылы һүҙҙәр генә әйтте. Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Фазлиәхмәт ҡыҙы Ғүмәрова: «Гәзит шул тиклем матур булып сыға. Ҡулға алыуы күңелле. Унда үҙеңә кәрәкле бөтә нәмәне табырға мөмкин. Мин әле булһа бер йылда ла «Йәншишмә»гә яҙылмай ҡалғаным юҡ», – тине. Бына ниндәй дуҫтарыбыҙ бар Билалда!
Тағы ла шуны белдек, өсөнсөләрҙең күбеһе икенсе ярты йыллыҡҡа ла «Йәншишмә»гә яҙылған булып сыҡты. Афарин!

Өсөнсөләр.

Йырлап асыла күңел.

Был йәһәттән беҙ 30 йыл ауылда китапханасы булып эшләгән Райхана Эдуард ҡыҙы Булатоваға ныҡ рәхмәтлебеҙ. Ни өсөн тигәндә, гәзит-журналдарға яҙылыуҙы атай-әсәйҙәр, уҡытыусылар менән һөйләшеп, нәҡ ул ойоштора. Бигерәк егәрле, өлгөр, тиҙәр уның тураһында. Ауылдағы бөтә мәҙәни саралар, байрамдар Райхана Эдуард ҡыҙы тырышлығы менән үтә. Ысынлап та, булдыҡлылығы үҙ-үҙен тотошонда, һөйләшендә лә ярылып ята уның. Шуның өсөн дә ауылдаштары хөрмәт итә, һүҙенә ҡолаҡ һала.
Был мәктәптә «Аҙна һайын – отош» уйынын да үткәрергә булдыҡ. Унда гәзиткә яҙылғандар ғына ҡатнашты. Ә йәрәбә тартырға V синыф уҡыусыһы Эльвина Мәхмүтова сыҡты.
Бүлмә тып-тын. Барыһы ла ҡумтаға төбәлгән. Кемдең исеме сығыр икән? Ялтырап тор­ған 3 литрлы матур сәйнүк – Юлдаш Билаловтыҡы! Ул III синыфта яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, ҡурай, шашка, шахмат түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Өйҙә әсәһенең оло яр­ҙамсыһы. Әйткәндәй, Юлдаш Райхана Эдуард ҡыҙының улы икән дә. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тигән кеүек, әсәһенең подписка тип тырышып йөрөүенә баһа кеүек күренде был бүләк.
Беҙҙең бүтән приздарыбыҙ ҙа бар ине. Уларын викторина еңеүселәренә тапшырҙыҡ.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code