Дуҫ һәм татыу йәшәйбеҙ

Синыфыбыҙҙа барлығы 15 уҡыусы: 5 малай, 10 ҡыҙ. Синыф етәксебеҙ Гөлфирә Нурислам ҡыҙы Бикбулатова беҙҙе урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән дә уҡыта. Үҙен бик яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ һәм уға оҡшарға тырышабыҙ.
Арабыҙҙа «дүртле» һәм «бишле»ләргә генә өлгәшеүселәр байтаҡ. Улар: Диера Илһамова, мин, Гөлсибәр Вәлиева, Ильяс Булатасов, Рәлиф Бикташев, Миләүшә Шаһморатова, Илнар Һибәтуллин, Эльвина Мәжитова, Наҙгөл Сәғитовалар. Төрлө фән буйынса мәктәп, район, республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, конкурс-ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урын яулайбыҙ. Мәҫәлән, Диера Бөтә Рәсәй тикшеренеү эштәре конкурсында II урынға лайыҡ булды.

Йыр-бейеүгә лә оҫтабыҙ. Мин, Эльвина, Зарина, Диера, Роксана йырларға яратабыҙ, Йәмилә Ҡарабаева етәкселегендә «Ын­йыҡай» вокал ансамблендә лә шөғөлләнәбеҙ. Район, республика йыр конкурстарында тик призлы урын яулайбыҙ. Мәктәптә үткән бөтә сараларҙа ла беҙҙекеләр әүҙем ҡатнаша. Диера, Эльвина, Рәлиф, мин – мәктәптең КВН командаһының алмаштыр­ғыһыҙ ағзаларыбыҙ. Яңыраҡ беҙ район буйынса үткән «Бала саҡтың хәүефһеҙ юлдары» исемле ярышта беренсе урынға сыҡтыҡ. Стәрлетамаҡта үткән төбәк бәйгеһендә лә үҙебеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтеп ҡайттыҡ.
Спортҡа ла битараф түгелбеҙ. Илнар Һибәтуллин, Роксана Ниязғолова, Ғәлим Ҡылысбаев, Наҙгөл Сәғитова һәм мин Марс Мөҙәрис улы Ҡоҙаҡаев етәкләгән шах­мат түңәрәгенә йөрөйбөҙ. Район, республика ярыштарында алдынғылыҡты биргән юҡ. «Йәншишмә» гәзите үткәргән шахмат ярышында ла бик теләп ҡатнашабыҙ.
Буш ваҡытыбыҙҙы ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәрер өсөн Гөлфирә Нурислам ҡыҙы күп көс һала. Йыл һайын экскурсияларға, походтарға сығабыҙ. Ауылыбыҙҙың ер-һыу атамаларын, тарихын өйрәнәбеҙ.
Тимур командаһына ла бик теләп йөрөйбөҙ. Инәй-олатайҙарҙың өйөнә барып, төрлө ярҙам күрһәтәбеҙ: ҡар көрәйбеҙ, утын ярабыҙ, ихаталарын һеперәбеҙ, баҡса эштәрендә ярҙамлашабыҙ.
Бына шулай дуҫ һәм татыу йәшәйбеҙ, бер-беребеҙгә һәр саҡ ярҙам итергә әҙербеҙ.

Айҙариә АРЫҪЛАНБАЕВА, VII «А» синыфы уҡыусыһы.
Ейәнсура районы, Абҙан мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code