Донъям түңәрәк

Һәр кемгә иң ҡәҙерлеһе –
Тыуған йорто, ғаиләһе.
Ҡәҙерләп-һөйөп үҫтергән
Атаһы һәм әсәһе.

Хоҙайыма рәхмәтлемен –
Минең донъям түңәрәк.
Иң рәхәте был донъяла –
Беҙ йыйылһаҡ бергәләп.

Мәктәптә уҡытыусылар –
Әсәйем һәм атайым.
Һылыуым Рушана менән
Киләсәккә атлайым.

Был донъяла күңелемдә
Бар минең бер теләгем:
Әсә наҙы сорнап торһон
Һәр баланың йөрәген!

Руслана ТОҠОМБӘТОВА, VI синыф уҡыусыһы.
Ғафури районы, Бурлы мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code