Донъялар имен торһон

Олатайым Ҡәһәрмән Сәйетғәлин Юлдаш ауылында тыуып үҫә. Илебеҙгә фашист илбаҫарҙары ябырылғас, иллеләгән ир-егет фронт­ҡа китә. Улар араһында Ҡәһәрмән олатайым да була. 112-се Башҡорт атлылары дивизияһына эләгә. Командиры Таһир Күсимов менән бергә батырҙарса һуғыша. Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, күп кенә миҙалдар менән наградлана.

Олатайым – колхоз ойоштороусыларҙың береһе лә. Һәр эштә лә үҙен һынатмай. Ҡаһарман яугир ауылдың хөрмәтле кешеһе була. Юлдаштар Ҡәһәрмән Сәйетғәлинды һәйбәт ғаилә башлығы, аҡыллы, өлгөлө атай, олатай тип тә белә.
Хәҙер олатайым хыял иткән замана килде. Тик донъялар ғына имен торһон!

Әлиә СӘЙЕТҒӘЛИНА, VIII синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code