Донъя чемпиондары – гимназияла

Гимназиябыҙ ҡунаҡтары.

Гимназиябыҙҙа шашка буйынса донъя беренселегенә килгән ҡунаҡтар менән осрашыу булды. Төрлө илдәрҙән килгән 6 спортсы белем усағының тормошо менән танышты, гимназистар менән шашка буйынса көс һынашты. Ҡунаҡтарҙың да ниндәйе бит әле! Валнерис Гунтис (Латвия), Мунхбаатар Нямжаргал (Монголия), Н’Диага Самб (Сенегал), Равжирын Манлай (Монголия), Аллан Игорь Морено Силва (Бразилия), Айгөл Иҙрисова (Башҡорт­остан) – был шашкасыларҙың исемдәре бөтә донъяға билдәле.

Иң тәүҙә гимназия буйлап сәйәхәт ойошторолдо. Ҡунаҡтарға беҙҙең Мос­тай Кәрим, Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте бүлмә-музейҙары, Хәрби дан музейы оҡшаны. Башҡорт халҡының үткәненә, көнкүрешенә арналған экспозициялар менән танышҡанда милли аҙыҡтарыбыҙ ҡорот, ҡыҙыл эремсек, талҡандан ауыҙ иттеләр. Балалар ҡурайҙа, мандолинала һәм ҡумыҙҙа уйнағанда, башҡорт көй­ҙәренә тыпырлап, бейеп тә алдылар. «Айгөл иле» һынлы сән­ғәт студияһында шөғөлләнеүселәр эштәрен сит ил ҡунаҡтарына бүләк тә итте. Күргәҙмә залына ҡуйылған балаларҙың һүрәттәрен дә шашкасылар һоҡланып ҡараны. Артабан ҡунаҡтарға тамаша залында ҡурайсылар, бейеүселәр, йырсылар һәләттәрен күрһәтте. Спортсыларҙың башҡорт бейеүҙәренә, милли кейемдәренә, ҡурайға иҫтәре китте.

Шашка уйнау сеансы бара.

Иң тулҡынландырғыс мәл дә яҡынлашты: гимназияның бихисап спортсылары ҡунаҡтар менән шашка уйнарға тотондо. Әлбиттә, чемпиондарға ҡаршы тороу еңелдән булманы. Донъя гроссмейстерҙары бер үк ваҡытта бер нисә тиҫтә дәғүәсе менән уйнаны. ике сәғәтләп ваҡыт үтеүгә еңеүселәр билдәле булды.
Инглиз телендә генә һөйләшкән ҡунаҡтар менән аралашыу бер ҙә ауыр булманы. Йәш уҡытыусыбыҙ, быйыл баш ҡаланың «Йыл уҡытыусыһы – 2017» бәйгеһендә абсолют еңеүсе булған Мария Әхәт ҡыҙы Кәримова һәм өлкән синыф уҡыусылары тәржемәсе ролен оҫта башҡарҙы.
Ярыш аҙағына ҡунаҡтар башҡортса бер нисә һүҙ ҙә өйрәнеп алды. Улар менән шашкала уйнау балаларға бик файҙалы булды. Бындай осрашыуҙар уҡыусылар хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ, артабанғы тормоштарына ла тәь­ҫир итәсәк, шундай бейек үрҙәргә ынтылырға өндәп торасаҡ. Балалар чемпиондарҙан автограф алды, улар менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Белем усағының иң яҡшы шашкасыларына бүләктәр, ҡунаҡтарға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Гимназиябыҙ шашкасыларының да исемдәре бер заман бөтә Ер шарына билдәле булыр, тигән өмөттәбеҙ. Сөнки беҙҙә донъя беренселегендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәр ҙә уҡый. Мәҫәлән, Кристина Осипова, Мар­сель Шәрәфетдинов, Ридан Сафин, Айгизә Мөхәмәтйәновалар һәм башҡалар. Был уҡыу­сылар – беҙ­ҙең белем усағыбыҙҙың ғорурлығы. Улар еңеүҙәргә илтеүсе остаздары Александр Павлович Мельниковҡа һәм Рим Рафиҡ улы Ишмәтов­ҡа рәхмәтле.

Айгөл ИГЕЛЕКОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим исемендәге  158-се башҡорт гимназияһы.

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code