Директор булам

Йыш ҡына минән: «Ҙур үҫкәс, кем булаһың?» – тип һорайҙар. «Директор», – тип яуаплайым. Беренселә уҡығанда синыф етәксебеҙ Эльмира Морат ҡыҙы «Мин ҙур үҫкәс…» тигән темаға инша яҙҙырғайны. Иң ҙур хыялым – директор булыу, тип йөрөгәнемде хәтерләйем.
Быйыл йәй мәктәбебеҙгә Әмир ағай Солтангәрәев килгәйне. Ул да шул уҡ һорауҙы бирҙе. Минән әлеге яуапты ишеткәс, көлөмһөрәне лә былай тине: «Үҙем бәләкәй саҡта атайым ҡаланан колбаса алып ҡайтҡайны. Уның тәме әле лә тел осомда торған кеүек. Шул ваҡытта, колбаса цехының директоры булам, тип үҙ алдыма маҡсат ҡуйғайным. Тап ошо һөнәрҙе һайламаһам да, үкенмәйем, юғары белемле, вазифалы, билдәле кеше булдым», – тигәйне.
Әмир ағай – Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, «Йәшлек» гәзитендә үҫмерҙәр өсөн бәйге ойоштороп, премия булдырған. Ул матур итеп ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе, йырланы. Минең плас­тилиндан төрлө һындар эшләгәнемде күреп, Өфөгә Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына уҡырға барырға өндәне.
– Алдыңа алған маҡсатыңдан бер ваҡытта ла тайпылма, улым, һинән ҙур кеше сығырына ышанам, – тип күңелемде үҫ­тер­ҙе.
Директор булыу теләгем менән әле лә янып йәшәйем. Бәлки, улай ғына түгел, берәй урынға генераль директор ҙа итеп ҡуйырҙар. Сөнки мин үҙ-үҙемә ышанам.

Юлдаш БУЛАТОВ, IV синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Билал ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code