Диңгеҙҙә рәхәтләндем

Быйылғы каникулым бигерәк тә үҙенсәлекле үтте. Уҡыуымда һынатмаған өсөн йәйҙең тәүге айында әсәйем Ҡырымдың диңгеҙ буйындағы лагерына юллама менән бүләкләне.

Беҙ, Өфөнән сыҡҡан бер төркөм мәктәп уҡыусылары, поезда барғанда уҡ үҙ-ара дуҫлашып өлгөрҙөк. Вожатый ағай, апайҙарыбыҙ менән дә уртаҡ тел табыуы ауыр булманы. Һөйләшеп, күптәнге таныштар кеүек барҙыҡ.
Ҡырымдағы ялыбыҙ шул тиклем яҡшы ойошторолғайны. Иртәнге зарядка, уйындар, төрлө конкурс-ярыштар, ашханала биш тапҡыр тәмле итеп һыйланыуҙан бигерәк, диңгеҙ тул­ҡынында сайҡала-сайҡала, рәхәтләнеп йөҙөү онотолмаҫ хәтирә булып ҡалды.
Ҡырымдан һуң Әлшәй районы Себенле ауылындағы өләсәйем янына ҡайттым. Унда ла ялымды матур үткәрҙем. Ике туған Юлиә апайым һәм Азалиә һеңлем менән өләсәйебеҙгә йорт эштәрендә булыштыҡ. Күршегә ҡунаҡҡа ҡайтҡан дуҫтарыбыҙ Линар һәм Марат менән бергәләп уйнаныҡ, Дим буйына һыу инергә йөрөнөк, балыҡ тоттоҡ.
Бер көндө Юлиә апайым, Азалиә һеңлем, Линар, Мараттар менән оҙон ғына араға бер туҡталмай йүгерергә булдыҡ. Йәнәһе, ярышабыҙ инде. Азалиә бәләкәй булғас, арттараҡ тороп ҡалды. Эй, йүгерәбеҙ, эй, йүгерәбеҙ… Бер саҡ беҙҙе мотоцикллы бер ағай туҡтатып: «Һеҙ һеңлегеҙҙе юғалтманығыҙмы ул?» – тип һораны. Ян-яғыбыҙға ҡарап алдыҡ. Азалиә, ысынлап та, юҡ ине. Йүгереп бара торғас, уны бөтөнләй онотҡанбыҙ. Шунан тотондоҡ һеңлебеҙҙе эҙләргә. Ә ул бер ҡайҙа ла юҡ… Өләсәйебеҙ әрләр инде, тип ҡайғырыша башланыҡ. Аптырағас, ҡайтып килергә булдыҡ. Бәй, Азалиәбеҙ өйҙә ултыра! Ул беҙҙең арттан өлгөрмәгәс, үсегеп ҡайт­ҡан да киткән икән. Вәт, ҡур­ҡытты. Әле ҡыҙыҡ булһа ла, ул саҡта ныҡ ҡына шөрләгәйнек.
Бына шулай ялыбыҙ күңелле лә, мәрәкәле лә хәлдәр менән файҙалы үтте. Каникулдың уҙғаны һиҙелмәй ҙә ҡалды.

Айҙар ШӘРӘФЕТДИНОВ.
Өфө ҡалаһы, 87-се мәктәп.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code